«Еңеү почтальоны» фильмының режиссеры — башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Өс таған», «Буран», «Йыл ғаиләһе», «Ярлыҡау»).
ТАСС хәбәр итеүенсә, күләмле проекттың бюджеты яҡынса 100 миллион һум тәшкил иткән. Аҡсаның күп өлөшө Ҡаҙағстандан бүленгән, тип уртаҡлашты проекттың генераль продюсеры һәм идея илһамландырыусыһы — Ҡаҙағстандың Кинематографистар лигаһы идараһы рәйесе Айҙар Баталов.
«Фильмдың бюджеты – 100 миллион һум тирәһе. Был шәхси бизнес ярҙамы менән Ҡаҙағстан аҡсаһы, Рәсәйҙән дә ярҙам булды. Бюджеттың күп өлөшө — Ҡаҙағстандыҡы», — тип Айҙар Баталовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
«Еңеү почтальоны» фильмы өҫтөндә эш 2025 йылдың аҙағында башланғайны. Сценарий нигеҙендә – алғы һыҙыҡта батырлыҡ ҡылған 18 йәшлек почтальондың тарихы. Төп ролде Ҡаҙағстан актеры Алихан Нуржауов башҡара.
Фильм Белоруссияның Минск ҡалаһы янында төшөрөлә, ҡуйы урмандарҙа һәм һаҙлыҡтарҙа әле лә тарих һулышы һиҙелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо урындарҙа ҡаты алыштар бара, партизан отрядтары ойошторола. Фильмда өс илдең актерҙары ҡатнаша, шул иҫәптән Юлия Лазовская, Василий Копейкин һәм Константин Адаев.
Бынан алдараҡ Башинформ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына фильм төшөрә башлауҙарын хәбәр иткәйне. Картинаның жанры – тарихи реализм элементтары менән хәрби драма.