2025 йылдың ноябрь айында барлыҡҡа килгән “Помощь СВОим” ирекмәндәр хәрәкәте менән китапханасы Надежда Служаева етәкселек итә. Ирекмәндәр сафына ингән ауылдың төрлө быуын вәкилдәре һәм төрлө һөнәр эйәләре яугирҙәр өсөн тырышып хеҙмәт итә, мәктәп балалары ла ситтә ҡалмай.
Улар былтыр көҙҙән ошо көнгәсә махсус хәрби операция биләмәһенә 10 маскировка селтәре, 800 пакет ҡоро душ, 30 окоп шәмдәре оҙатҡан. Әлеге көндә хәрби –ялан шарттарында беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙән торған ҡапсыҡтар йыйнау менән мәжғүл.
- Махсус хәрби операция яугираҙәренә ярҙам йыйыу өсөн аҙнаның ике көнөндә штабта йыйылабыҙ. Селтәр үреү өсөн туҡымалар, шәм, ҡоро душ һәм башҡа төр ярҙам өсөн кәрәк яраҡтар ирекмәндәрҙең шәхси аҡсаһына һәм ауыл халҡының хәйриә иғәнәләренә һатып алына. Бынан тыш һәр ваҡыт финанс ярҙамы күрһәтеп тороусы Марина Вершининаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ирекмәндәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары Валентина Вавилова менән Рәшиҙә Вәлиуллинаны айырым билдәләп үтер инем. Улар ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, көн ҡалдырмай маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөй. Селтәр өсөн таҫмалар ҡырҡыусы Елена Христолюбова ла беҙҙең уң ҡулыбыҙ, уның ярҙамы менән селтәр өсөн 180 квадрат метр туҡыма ҡырҡып әҙерләнде. Окоп шәмдәрен эшләүҙә ярҙам иткән мәктәп уҡыусыларын, Кирилл менән Вера Комагоровтарҙы билдәләп үтер инем. Хәрби көнкүреш кәрәк-яраҡтарын эшләү буйынса күп материалдар өйрәндек, ҡоро душ эшләүҙең яңы ысулдарын уйлап таптыҡ. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәрен үреүҙең үҙ методикаһын булдырҙыҡ. Селтәр үреү һәм шәмдәр буйынса оҫталыҡ дәресе лә булдырҙыҡ, -тип һөйәләй төркөм етәксеһе Надежда Сергеевна.
Ирекмәндәр – киң күңелле, улар эскерһеҙ изге эштәр башҡара, кешеләргә ярҙам итә. Ә оло йөрәкле кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә эш хаҡына өмөт итмәй ярҙамлашыу – үҙе бәхет. Изге ғәмәлдәре өсөн Дмитриевка ауылы ирекмәндәренә ҙур рәхмәт, уларға ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.