Башҡортостанда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Документҡа республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Төп яңылыҡ – социаль контракт төҙөүҙең өҫтөнлөклө тәртибен билдәләү. Тәү сиратта ярҙамды ишле ғаиләләр, балалы ғаиләләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары аласаҡ.
Шулай уҡ алыусылар даирәһе киңәйтелә. Хәҙер социаль контрактҡа хәрби хеҙмәттән бушатылған һәм эшһеҙ йәки эш эҙләүсе тип танылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары дәғүә итә ала. Йән башына уртаса килем баһаланмай, ярҙам бер тапҡыр һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тәҡдиме менән генә күрһәтелә. Әгәр ветеран I йәки II төркөм инвалиды тип танылһа, контракт төҙөү хоҡуғы хәләл ефетенә тапшырылырға мөмкин.
Бынан тыш, социаль контракттың ғәмәлдә булыу ваҡыты ярҙам төрөнә ҡарай: эш эҙләүгә — 9 ай, үҙ эшеңде асыуға йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға — 12 ай, ауыр тормош хәлен еңеп сығыуға — 6 айға тиклем.
Документ ҡарарҙар ҡабул итеү процесын тиҙләтә: хәҙер ғариза 10 эш көнө эсендә ҡарала. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлеген киңәйтә (унда 21 йүнәлеш, шул иҫәптән IT, медицина, мәҙәниәт һәм социаль өлкә).