Ауыл уттары
+11 °С
Ясна
Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Сентябрь , 14:47

Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте

Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үттеБөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте
Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте

Был сара "Атайсал" проекты сиктәрендә ойошторола һәм тыуған төйәгенә ярҙам иткән меңәрләгән кешеләрҙе берләштерә.

Форумда барлығы 8 тематик майҙансыҡ эшләне:

- "Атайсал. Башҡортостан яҡташтар ойошмалары"
- "Бергә еңәсәкбеҙ!"
- "Атайсал. Тыуған йолалар"
- "Атайсал киләсәге: бергә еңеүгә!"
- "Атайсал йондоҙҙары"
- "Атайсал. Яҡташтар беҙҙең менән"
- "Атайсал. Ватан көсө"
- "Мин башҡортса һөйләшәм"

"Беҙ Кесе Ватанына ярҙам итеп, мәктәптәр, балалар баҡсаһы, ҙур-ҙур ҡорамдар төҙөүселәргә рәхмәт әйтәбеҙ. Көсөнән килгәнсә генә ярҙам итеүселәргә лә шундай уҡ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ 30 пар ойоҡ бәйләп, гуманитар ылау аша егеттәребеҙгә ебәргән инәйгә лә рәхмәтлебеҙ. Бына бөгөн, ошо мәлдә "Атайсал" проектының асылына һалынған фекерҙәр һәм уның өсөн атҡарылған эштәребеҙ айырыуса урынлылыр", - тине форумда сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға эскерһеҙ ярҙам итеүселәр өсөн яңы дәүләт наградаһы - "Башҡортостандың МХО ирекмәне" почет билдәһе булдырылыуы тураһында хәбәр итте.

Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте
Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте
Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ватан көсө - сила Отечества" форумы үтте
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас