Ауыл уттары
+15 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Сентября , 11:10

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттары итеп һайланған

МХО ҡатнашыусыларына уңыштар теләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РФ Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡала советы депутаттары итеп һайланған МХО ҡатнашыусыларына уңыштар теләне. Республика етәксеһе билдәләүенсә, улар лайыҡлы кешеләр һәм Ватанға, закондар сығарыу эшмәкәрлегенә хеҙмәт итәсәк.

Дәүләт Думаһына – Рәсәй Геройы Денис Чернавин, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, ә Өфө ҡала советына махсус операцияға ярҙам итеү өсөн бар көсөн һалған дүрт кеше һайланды.

«Алина Олеговнаны (Алина Серафимова Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе) беҙ МХО-ла ҡатнашыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул үҙен тулыһынса һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән эшләүгә бағышлай», — тине Радий Хәбиров.

Денис Чернавин Башҡортостан һайлаусыларына һәм республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

«Социаль селтәрҙәрҙәге провокацияларға ҡарамаҫтан, беҙҙең йәмғиәт йәнә үҙенең өлгөргәнлеген, яуаплылығын күрһәтте. Һөҙөмтә таблола. Кешеләр һайлауға яуаплы ҡараны, үҙ фекерен белдерҙе. Беҙгә ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, республикабыҙҙы — илдең терәк республикаларының береһен — Дәүләт Думаһында күрһәтеү һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау — оло мәртәбә. Халыҡтың лайыҡлы тормошо, дәүләттең бөтә социаль йөкләмәләре үтәлһен өсөн күп нәмә эшләргә кәрәк. Әлбиттә, кешеләр уңайлы шарттарҙа эшләй, балалар үҫтерә алһын өсөн», — тине Денис Чернавин.

Башҡортостан артабан да сәскә атһын өсөн республиканан һайланған депутаттар барыһын да эшләйәсәк, тип ышандырҙы Рәсәй Геройы.

Башинформға билдәле булыуынса, Башҡортостанда һайлауҙа һайлаусыларҙың 79% тиерлек тауыш биргән.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас