Хәрби хирург Айгөл Ширяева махсус хәрби операциянан ҡайтҡас Өфөлә реабилитация үҙәге асҡан.
Проектты тормошҡа ашырырға социаль контракт ярҙам иткән. Табиптың тылдағы ярҙамы тураһында беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.
Махсус массаж эшләүсе ҡорамал ҡан йөрөшөн яҡшырта һәм шешеүҙе кәметә. Хирург массаж эшләп кенә ҡалмай, ул неврология ауырыуҙарын дауалай һәм реабилитация ла үткәрә.
Беренсе реабилитация бүлмәһен Айгөл махсус хәрби операция биләмәһендә аса. Уны спорт инвентары һәм йыһаздар менән тәьмин итергә ирекмәндәр ярҙам итә. Төп маҡсат – яугирҙарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу була. Бының өсөн хәрби табип үҙ ысулдарын уйлап тапҡан.
"Ферзь" позывнойлы алған яҡташыбыҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында 5 госпиталдә эшләй. Ҡайһы берендә яу яланында ла операция эшләргә тура килә. Араһында үҙенең яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу алымын камиллаштыра. Ҡайтҡас социаль контракт төҙөй һәм ветерандарға ярҙам итеүен дауам итә. Бында яраланғандар ғына түгел, ә ауыр эштән һуң көс алырға ла киләләр.
2010 йылда Айгөл умыртҡа һөйәген йәрәхәтләй. Уға инвалид булып ҡалаһың тиһәләр ҙә реабилитолог-ҡатын үҙ-үҙен аяҡҡа баҫтыра. Һуңынан махсус хәрби операция биләмәһендә оҙаҡ ҡына яугирҙарҙы ҡотҡара.
Айгөл Ширяева билдәләүенсә, ул меңләгән хәрбигә ярҙам күрһәткән. Бар һөҙөмтәләрҙе табип яугирҙарҙың уңышы, тип баһалай. Сөнки, реабилитация уңышлы үтһен өсөн пациенттың эске көсө талап ителә. Ә яҡшы белгес менән бергә эшләгәндә һөҙөмтә көттөрмәй.
Айгөл Ширяева фронт һыҙығында булған һәм хәрби бурыс үтәгән кешеләр менән ул уртаҡ тел таба белә. Ә хәҙер төп маҡсат – уларға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү.