Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 10:02

Алманан тәмле бәлеш

Алмалар күп осорҙа уңған хуҗабикәләр тәмле пирогтар бешерә. Һеҙҙең ҡармаҡҡа ла рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Алманан тәмле бәлеш
Алманан тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн: 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерәбеҙ, 2 стакан он.
Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа, әҙер ҡамырҙы эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он (һуты ағып сыҡмаһын өсөн) һәм шәкәр һибәбеҙ. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе өлешөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм пирогты матурлап бөрөп сығабыҙ.
Пирогтың өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға һалҡын килеш, сәй янына бирелә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: