Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 22:26

МУНСА

Мунса. Мунсаларҙың төрлөһө була. Беҙ төшкәнен, ниңәлер, «урыҫ мунсаһы» тип йөрөтәләр. Әйтерһең, урыҫ килгәнсе башҡорт мунса күрмәгән. Урыҫтыҡы булғас, нишләп һуң уны русса, мәҫәлән, «мыльня» йәки башҡа славян тамырлы һүҙ менән атамағандар?  «Баня» һүҙе үҙе «бина» тигән иҫке төрки һүҙенән килеп сыҡмағанмы икән? Йорт, бура... Фин мунсаһы ла була. Төшкәнем бар. Иҫ килтереп маҡтаһалар ҙа, урыҫтыҡынан бер айырмаһы ла юҡ тип әйтерлек.

МУНСА
МУНСА

Тағы ла «ҡара мунса» була. Туғыҙынсы кластан һуң, йәйге каникулдар осоронда археология экспедицияһында йөрөгәндә археолог Нияз ағай Мәжитов Краснокама районындағы Мәнәк исемле ауылда йәшәгән оло ғына бер мари бабайының ҡара мунсаһына алып барып төшөргәйне. Юрамал, тормош юлына яңы аяҡ баҫырға йыйынған малайҙарға күрһәтер өсөн алып барғандыр, тием. Нефтекамаға, ҡала мунсаһына ла алып бара ала ине бит...

Мәскәүҙә институтта уҡыған осорҙа һәр кесаҙна хәрби занятиеларҙан һуң төркөмөбөҙ менән Дорогомилов мунсаларына йыуынырға йөрөй торғайныҡ. Беҙҙең менән бер көндә шул мунсаға өлкән генә бер урыҫ бабайы ла йөрөр ине. Тәүге осрашыуҙан уҡ шул бабай миңә бәйләнде бит:

– Һин ҡайҙан?

– Башҡортостандан.

– Ә мин һинең ниңә ҡара икәнеңде беләм.

– Ниңә?

– Сөнки һеҙҙә ҡара мунсаға төшәләр.

Тәүҙә был бабайға ныҡ хәтерем ҡалды. Әҙерәк ҡылтайып та йөрөнөм. Ул да быны һиҙҙе шикелде. Икенсе бер килгәндә:

– Һин миңә асыуланма. Мин дә Уралдан бит. Үҙем дә ҡара мунса төшөп үҫкән кешемен. Миңә ҡара, «ҡаралыҡ» буйынса һине ҡыуып етә алмаһам да, алыҫ та китмәгәнмен дә баһа! – тип көлә.

Минең һымаҡ, “ҡара мунса төшөп үҫкән” Наум исемле ул бабай “Экипаж”, “Москва, любовь моя”, “Гори, гори, моя звезда”, “Граница. Таежный роман” кеүек, заманында кинотеатрҙарҙа һәм зәңгәр экрандарҙа гөрләп барған фильмдарҙы төшөргән билдәле кинорежиссер Александр Миттаның атаһы булып сыҡты.

Бала саҡта мунса миңә бысраҡ, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер серле урын булып күренә торғайны. Ҡартәсәйем йыш ҡына:

– Мунсаға инеп йөрөмәгеҙ, уның эйәһе бар, – тип ҡуркыта торғайны. Шул да сәбәп булғандыр бәлки.

Мунсаны элек өйҙән алыҫыраҡ, кәртәгә яҡыныраҡ итеп төҙөй торғайнылар. Ус аяһындай ғына берҙән-бер тәҙрәле мунсаны ураңҡырап йөрөүем иҫтә ҡалған. Мунса төшкәндә яҡтылыҡ төшмәгән ярым ҡараңғы ләүкә артына ҡарарға ла шөрләй торғайным: шайтан йәки мунсаның хужаһы йәшенеп ятмаймы икән?

«Мунса хужаһының» мине беренсе тапҡыр үлтерергә маташыуы ҡәҙимге ҙурайғас, ун – ун бер йәштәр тирәһендә булды.Ул ваҡытта беҙ Аралбайҙа йәшәй инек.

– Ынйы, мунса яҡҡанһың икән, Ғәбделхаҡ һинең Фәритең менән йыуынып сыҡһын инде. Иртәгә Юлдыбайға уҡырға китә бит. Был аҙнала үҙем яға алманым, – тине Сабира инәй әсәйемә.

– Һыу етәрлек, әйҙә төшһөн, – тине әсәйем.

Ғәбделхаҡ минән дүрт йәшкә олораҡ, Юлдыбайҙа туғыҙынсы класта уҡып йөрөй. Мин Үрге Ғәлегә бишенсегә барҙым. Бәләкәстән бергә уйнап үҫкәс, Ғәбделхаҡтарҙан артыҡ тартынмайым. Улар ҙа беҙҙе бәләкәс тип ҡарамай.

Мунсаға ингәс тә ләүкәгә менеп оҙаҡ итеп сабынып алдыҡ. Ул мине, мин уны саптым. Шунан, тастарға һыу йыйып, һабынлап йыуына башланыҡ.

– Ҡана, тасыңды бир, һыу ҡойоп бирәйем, – тине Ғәбделхаҡ, бер ҡат ышҡынғас, һәм ләүкәнән һикереп төшөп, мейес ауыҙында һүрелеп бөтмәгән ҡуҙ өҫтөндә ҡайнап ултырған сүгендән тастарға һыу ҡоя башланы. Ләүкәнән ҡарап ултырам, ниңәлер Ғәбделхаҡтың ҡулы дөрөҫ йөрөмәгән кеүек: йә сүмесе сүген ауыҙын таба алмай ҡаҡшай, йә йыйған һыуын түгә лә ебәрә.

– Фәрит, һыу алам тиһәм, сүгенем ҡаса ла китә, – ти был миңә бер заман. Үҙе шарҡылдап көлә...

– Ҡайҙа, мин ҡояйым, – тип ләүкәнән төшкәнде беләм, бүтән бер нимә лә иҫләмәйем.

Кемдер танауға нашатыр спирте еҫкәткәнгә һиҫкәнеп уянып киттем. Ҡысҡырышалар, йүгерешәләр. Кемдер, миңә эйелеп, күҙемде асып ҡарарға маташа. Иҫемә килеп, башымды күтәреп ҡараһам, сер яланғас ҡара ер өҫтөндә ятам. Атайыммы, кемдер, ипләп кенә торғоҙоп, өй яғына табан әйҙәне.

– Ғәбделхаҡ ҡайҙа? – тип артыма әйләнеп ҡарайым. Бер кем дә күренмәй. Мунсаға икәүләп ингәнебеҙҙе иҫкә төшөргәнмендер инде.

– Өйҙә , өйҙә, борсолма, – тип йыуата кемдер.

Өйгә индереп һалдылар. Баш ярылып бара, түҙер хәл юҡ. Шулай ҙа бышылдап һөйләшкәндәрен ишетеп ятам:

– Алай ҙа Фәрит мунса ишеген шар асып сығып китеп йығылған, ябыҡ ҡалһа...

...Бала саҡта ни йүшкәне мейес ҡыҙыу көйө, эсендәге күмер янып, һүрелеп бөтмәйенсә япһаң, мунсала һөрөм газы йыйылыуын һәм ул газдың аҫта, билгә тиклем бейеклектә тупланыуын белмәгәнбеҙ ҙә инде. Әгәр ҙә шунда иҙәнгә төшмәй, ләүкәлә генә йыуынһаҡ, бәлки «иҫермәҫ» тә инек.

«Мунса эйәһенең» беренсе һынауын беҙ шулай – туғандарға ҡайғы һалмай ғына үткәреп ебәрҙек. Үҙ ғүмеремдә миңә ошондай уҡ һынауҙарҙы тағы ла ике-өс тапҡыр үтергә тура килде. Аллаға шөкөр, ғүмер булғас, был һынауҙарҙы ла имен-һау үттем.

Достоевский ниндәйҙер бер әҫәрендә мәңгелек (вечность) – ул, бәлки, ыҫланған түбәле, бәләкәс кенә тәҙрәле, тәпәш кенә мунсалыр ул, тип яҙған, тиҙәр. Ысын булһа, бындай мәңгелеккә мин дә риза булыр инем. Һәр хәлдә, еүеш тупраҡ һәм һөйәктәр өҫтөндә ятҡан серек таҡтаға ҡарағанда яҡшыраҡ бит. Был мәңгелектең бәләкәс кенә тәҙрәһе лә булһа, бигерәк тә яҡшы: ерҙә яһаған гонаһтарымды йыуып ултырғанда беҙ киткәндән һуң килгән кешеләрҙең нисек йәшәүенә күҙ һалғылап  алыр инем.

Фәрит ӘХМӘРОВ.

Сибай ҡалаһы.

 

Әйткәндәй:

Шул уҡ Аралбайҙа, күп йылдар уҙғас...

Эйе, шул уҡ Аралбай ауылында күп йылдар уҙғас, шундай уҡ хәл минең ике класташым менән дә булды. Нисекме? Бәйән итәм:

Матрай урта мәктәбендә һуңғы йыл уҡып йөрөйбөҙ. Класыбыҙға шул төбәктең төрлө ауылдарынан ҡырҡ ата балаһы йыйылғанбыҙ. Шулай ҙа шундай татыубыҙ, берҙәмбеҙ.

Бер заман (уҡыуҙарҙың икенсе сиреге башланғайны инде) кемдеңдер идеяһы менән концерт номерҙары әҙерләп, һәр ялда булмаһа ла, ял аша, класыбыҙ менән ауылдарға «гастролгә» сығырға булып киттек. Туғыҙынсылар араһынан да ҡушылыусылар булды. Йырсыларыбыҙ ҙа, гармунсыларыбыҙ ҙа бар, бейеүселәр тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Мин фәҡирегеҙ күмәк хорҙа ауыҙҙы асып-йомоп торорға, әҙерәк гармун тызҡылдатырға, әҙерәк күмәк бейеүҙә тыпырҙарға эшкиндем.

Шулай итеп, тәүге гастролгә яҡыныраҡ ятҡан Суртанүҙәккә барҙыҡ (һыҙыҡ өҫтөнә алып китәйем: йәйәүләп!). Икенсе маршрут Аралбай ине. Мин, ауырып, бара алманым. Бүтән әртистәрҙең унда барып та концерт ҡуя алмауын ялдан һуң уҡырға килгәс кенә белдем.

Эш шулай булған.

Аралбайҙа Рәжәп Рәмов өләсәһе Сәрбиямал инәйҙә йәшәне. Үҙҙәренә Сәлимдән Салауат Ҡасимовты алып ҡайтҡан. Ял булғас, билдәле, Сәрбиямал инәй мунса яҡҡан. Концерттан алда йыуына һалып сығайыҡ, типтер инде, был икәү һүрелеп бөтөр-бөтмәҫ мунсаға инеп тә киткәндәр һәм...

Былар ныҡ оҙаҡлай башлағас, Сәрбиямал инәй, ай-һай, еҫ тейеп ятмайҙармы икән былар, тип барһа, ысынлап та, ике малай – аяҡтары эстә, кәүҙәләре тышта – иҫһеҙ яталар икән. Өйгә үҙе индергәнмелер, кеше саҡырғанмылыр, нисек иҫтәренә килтергәндер – уларын белмәйем. Әммә, нисек кенә булмаһын, ялдан һуң береһенең һул, икенсеһенең уң сикәһе шешеп, ҡутырлап килделәр. Бигерәк тә Салауат яман шешенгән ине: ул сикәһе менән мунса тупһаһында ятҡан ташҡа төшкән булған. Бына шундай мунса тарихы.

Рәжәп класташым баҡыйлыҡҡа бик йәшләй күсте, йәне йәннәттә булһын. Ә Салауат әлеге көндә үҙе исемендәге ҡалала йәшәп ята. Күптән күргәнем юҡ.

 

Фәрит МОРТАЕВ.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: