Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2022, 22:29

Әллә яҙ етә инде, әллә ҡыш алдатамы?

  МЧС, ғәфү итегеҙ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бөгөн көслө ел була, тип ҡурҡытһа ла, синоптиктарҙың күҙаллауы дөрөҫ булып сыҡты: бөгөн көн матур булды. Һәр хәлдә, ҡыш буйы тиерлек ҡояшты онотҡанда бер күргән йылайырҙар өсөн һәр аяҙ көн байрам уҡ булмаһа ла, шуға яҡыныраҡ: күңелдәр күтәренке, йөҙҙәр ҡояштың үҙе һымаҡ балҡый, бала-сағаны тыштан индереп булмай, бесәйҙәр, тиҙерәк март етеүен көтөп, наверно, көнгә йылынған нигеҙ буйына йыйылған...

Әллә яҙ етә инде, әллә ҡыш алдатамы?
Әллә яҙ етә инде, әллә ҡыш алдатамы?

Етди тонға күскәндә, синоптиктар иртәгә, йәғни, 20-һендә лә йылы була, тиҙәр. Ғөмүмән, февралдең һуңғы аҙнаһына хәтәр йылы көндәр вәғәҙәләйҙәр. Селлә сыҡты бит (кисәге көн, әгәр алдамаһалар), йылытырға тейеш, тиер инең, селләне күрҙекме һуң? Юҡ.

Шулай итеп, республиканың гидрометеорология үҙәгендә ултырыусылар алдағы аҙнала, иртәгәнән үк башлап, әҙлә-әҙләп, урыны менән күпләп тә былай ҡар ғына түгел, ә епшек ҡар яуҙырмаҡсылар. Хатта ҡар ҡатыш ямғыр ҙа әбишшәйт итәләр.

Һауа температураһы көндөҙ 0-дән алып плюс 2 градусҡа тиклем йылытып тороп, төндә 14-19 градусҡа һыуытасаҡ, тиҙәр. Алдайҙармы-юҡмы, көнө еткәс беләбеҙ инде, һәр ваҡыттағыса. Әммә бер нәмә бәхәсһеҙ – ҡыштың һуңғы айы тамамланыуға бара. Ә март – шарт та шорт булһа ла ҡайһы саҡта – барыбер яҙ айы.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: