Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 13:36

БЫЛ КӨНДӨ ТЫРНАҠ ҠЫРҠМАҒЫҘ, йәки Көндәргә бәйле ырымдар

Бисмил-лаһир-рахмәнир-рахим. Беҙҙең башҡорт халҡында аҙна көндәренә бәйле борондан ҡалған ырым-ышаныуҙар күп: «шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай», «йома – изге көн, ул көндө кер, иҙән йыуырға, бысраҡ һыу түгергә ярамай» һ.б. Ҡайҙан килә һуң был тыйыуҙар? 

БЫЛ КӨНДӨ ТЫРНАҠ ҠЫРҠМАҒЫҘ, йәки Көндәргә бәйле ырымдар
БЫЛ КӨНДӨ ТЫРНАҠ ҠЫРҠМАҒЫҘ, йәки Көндәргә бәйле ырымдар

Әлбиттә, күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған.

 

ШӘМБЕ. 

Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-әссәләмдән шәмбе көнө тураһында һорағас, ул: «Шәмбе – алдаҡ көнө», – тигән. Сөнки ҡорайыштар был көндө, пәйғәмбәребеҙгә ҡаршы фетнә ҡороп, йыйылышып кәңәшләшкәндәр.

Шәмбе, йәкшәмбе һәм шишәмбе әйбер бесергә кәңәш ителмәй.

 

ЙӘКШӘМБЕ. 

Рәсүлебеҙҙән йәкшәмбе көнө хаҡында һорағандар. Ул: «Йәкшәмбе ағас ултырта, өй һала торған көн», – тигән. Йәкшәмбе Аллаһ Тәғәлә был донъяны барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер ҡараш буйынса, был көндө ожмах пәйҙә ителгән һәм ағас ултыртылған.

 

ДҮШӘМБЕ. 

Пәйғәмбәрҙән дүшәмбе хаҡында һорағандар. Ул: «Был сәйәхәт итеү һәм һатыу, алыш-биреш көнө», – тигән. Шөғәйеп пәйғәмбәр дүшәмбелә юлға сыҡҡан һәм был көндө сауҙаһынан уңышлы табыш алған.

 

ШИШӘМБЕ. 

Пәйғәмбәрҙән шишәмбе хаҡында һорағандар. Пәйғәмбәр: «Был ҡан көнө, ҡан ҡойош», – тигән. Был көндө әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһүнең беренсе тапҡыр күреме килә башлай, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил Һабилде үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай.

Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Сөнки, был көндө бер ваҡыт арауығы бар, шул мәл ҡан сығарыу менән тап килһә, ул ағыуынан туҡтамай, һәм кешенең үлеүе ихтимал, тигән пәйғәмбәребеҙ.

Шишәмбелә Аллаһ Тәғәлә тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Ул Ғазраил фәрештәгә, кешеләрҙең йәндәрен алыусы һин булырһың, тигән. Шишәмбелә ожмахтан Иблесте ҡыуып сығарған. Был көндө Әйүп пәйғәмбәр бәләгә тарыған. Икенсе фараз буйынса, ул шаршамбыла булған.

 

ШАРШАМБЫ. 

Пәйғәмбәрҙән шаршамбы тураһында һорағандар. Ул: «Был көндә бәхетһеҙлектәр була», – тигән. Шаршамбыла ғәскәре менән Фирғәүен диңгеҙгә батырыла, Сәлих пәйғәмбәрҙең халыҡтары юҡҡа сығарыла.

Шаршамбыла тырнаҡ ҡырҡырға ҡушылмай. Проказа ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тиелгән. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, был көндө ауырыуҙар янына барырға бик кәңәш ителмәй. Шаршамбыла өйлә менән икенде араһында ҡылынған доға мотлаҡ бойомға аша. Был ваҡытта пәйғәмбәребеҙҙең үҙе менән һуғышырға йыйынған ҡәүемдәргә ҡаршы ҡылған доғаһы ҡабул булған. Тағы ла шулай тиелгән: был көндә башланған эш мотлаҡ аҙағына етәсәк, эшләнеп бөтәсәк. Шуға ла, шаршамбыла фәндәр өйрәнеү, яңы китап башлау кәңәш ителә.

 

КЕСАҘНА (КЕСЕ ЙОМА).. 

Пәйғәмбәрҙән кесаҙна тураһында һорағандар. Ул: «Был көндә йомоштар үтәлә, түрә-башлыҡтарға йомош менән барыу өсөн уңайлы», – тигән. Кесаҙнала Ибраһим пәйғәмбәр Мысыр батшаһына бара һәм теләгенә ирешә. Был көндө батша уға Хәжәрҙе – Исмәғил пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһен бүләк итә.

 

ЙОМА. 

Рәсүлебеҙҙән йома көнө хаҡында һорағандар. «Йома – ул никахлашыу көнө», – тигән Ул. Был көн Әҙәм менән Һауа, Йософ менән Зөләйха, Муса менән Шөғәйеп пәй­ғәмбәрҙең ҡыҙы, Сөләймән менән Балхис никахлашҡан. Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһис-сәләмдең дә Хәҙисә һәм Ғәйшә ҡатындары менән никахы йома көн булған. Никахты йомала үткәреү хәйерле, ә туйҙы теләһә ниндәй ваҡытҡа ла билдәләргә мөмкин.

Ибн Ғәббәс: «Кем йома көн тырнаҡ киҫә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненән ауырыуын сығара һәм уға шифа бирә», – тигән.

Йома – ете көндөң әфәндеһе, мосолмандарҙың байрам көнө.

Ғөмүмән, мосолман өсөн, аҙнаның ниндәй көнө булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе гонаһ ҡылған, үҙен насар тотҡан көн – «бәрәкәтһеҙ, бәхетһеҙ», ә үҙен яҡшы тотҡан, гонаһ ҡылмаған көн уның өсөн – «яҡшы». Һәр көндө Раббыбыҙ үҙе бар иткән. Улар нисек килеүенә ҡарамаҫтан, риза ҡалырға кәрәк, кире осраҡта, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡанынан ҡәнәғәт булмаған һымаҡ ҡабул ителә. Ул: «Ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен», – тигән. Шуға ла, бары тик яҡшылыҡҡа ғына ниәт итеп, үҙебеҙҙе, эштәребеҙҙе ихлас Раббыбыҙға тапшырһаҡ, Уға ғына һыйынһаҡ, һәр ваҡыт зекер ҡылып йөрөһәк, көндәребеҙ матур, бәрәкәтле үтер, ин шә Аллаһ.

 

Фәнирә Ғайсина.

Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең «Тәнбих әл-әүәм илә дәғүәт әл-Ҡөрьән» китабы һәм интернет селтәре файҙаланылды

 

Сығанаҡ: Әбйәлил районы,Амангилде ауылы –Амангильдино.

Фото: https://islam.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: