Ауыл уттары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2022, 11:03

“Кешелектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә”.

Быны мин Таңһылыу Ҡарасуринанан уҡыным. Әлбиттә, был һүҙҙәр иң тәүге сиратта төбәп әйтелгән ҡатындарҙың бында яҙылғандарҙы уҡып ултырыуы икеле, шулай ҙа, урау юлдар аша булһа ла, бер барып етер уларға ла, тигән өмөттәмен. Бәлки, зиһендәре асылып киткән мәлгә тап килеп, үҙҙәре лә уҡыр. Һеҙ ҙә уҡығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.

“Кешелектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә”.
“Кешелектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә”.

ИРҘӘРГӘ КҮП БУЛА, ТИП...

– Ауыҙыма алыу түгел, еҫенән уҡшый инем. Эскән бисәләрҙе, ҡатындар, тип әйтке лә килмәй хатта, күреп үҫтем. Бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, ти торғайным. Ытырғана инем. Араҡы, бал, көмөшкә, ә хәҙер ана - һыра, эсмәй ҙә йәшәйҙәр бит ана. Ә былар...

Ә айнып алһалар, әллә кем булып, аҡыллы хәбәр һөйләп йөрөйҙәр. Ауа-түнә атлап улар йөрөмәгән, ҡайҙа теләй, шунда, итәк күтәреп, хәжәтенә ултырмаған, әшәке һүҙҙәр һөйләмәгән, оятһыҙ таҡмаҡтар әйтешеп, улар бейемәгән. Ә бит үҙҙәренең ҡулынан килмәгән эш һирәк ине. Барҙы юҡтан булдыра беләләр ине. Аш-һыумы, бәйләү-тегеүме – барыһын да булдыра улар. Ыҙғытып балаһын да табалар, деүелдәтеп донъяһын да көтәләр. Сибәрҙәр,һөйкөмлөләр бит әле үҙҙәре.

Элек ҡатындарға эш күп булды бит. Иләп-бәйләп кейҙерәһең, тегәһең, ямайһың. Унан ҡалһа, утыны, бесәне, мал-тыуары, ҡош-ҡорто. Бисәнән бисә быуаҙый, тип үҙе белгәнде икенсеһенә өйрәтеп йәшәнеләр. Быуаҙый тигәне – бер-береһенән эш, һөнәр отоп алалар икән, баҡһаң. Уныһын тәүҙә аңламай инем.

Гел шулай ғына барһа ине лә, юҡ бит... Эсеп алһа, тиҫкәреһен әйләндереп ҡуялар, тиерһең иң йыуашы, иң аҡыллыһы, иң күндәменең дә. Ә эсеп алыу өсөн сәбәптәре етерлек. Йә өй йыуышалар ҙа һыныҡ яҙалар, йә һарыҡ ҡырҡышалар, кәзә тарашалар, һуғым һуйышалар ҙа эсәк таҙалашалар. Һәр береһенең аҙағы – эске. Әҙҙән өйрәнә бит кеше. Мәжлестәрҙә, ҡунаҡ-төшөмдәрҙә бер-береһенә ымлашып, шыбырлашып ҡына:

– Эсәйек, ирҙәргә күп була, – тип, йәшереп эсеүҙән дә башлана бисәләр эскеһе.

Йәнә:

– Ирҙе еңәм тип, эсәм,

– Иремә ҡарышып эсәм,

– Иремә көйөп эсәм, – тип аҡланалар.

Ошоларҙан да алйотораҡ, мәғәнәһеҙерәк һылтау юҡ эсергә өйрәнеп китеү өсөн.

Кешелектән, эшлектән, әсәлектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә.

 

Үҙ юлым бар (Таңһылыу Ҡарасурина ижады)” төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас: