Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2022, 14:46

“Рус теленән “толерантность” һүҙен алып ташлайыҡ”

Өс йыл элек “Рәсәй һәм ислам донъяһы” сессияһында сығыш яһағанда әйткән ошо тәҡдимен республика Башлығы Радий Хәбиров 6 апрелдә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса төбәк советы ултырышында тағы бер иҫкә төшөрҙө.

“Рус теленән “толерантность” һүҙен алып ташлайыҡ”
“Рус теленән “толерантность” һүҙен алып ташлайыҡ”

“Әйҙәгеҙ, коллегалар, рус теленән "түҙемлек"те аңлатҡан “толерантлыҡ” һүҙен алып ташлайыҡ. Беҙҙең телдә быуаттар дауамында һыналған “халыҡтар дуҫлығы” һүҙбәйләнеше бар”, тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең Башҡортостанда кешеләр бер-береһен шулай кәрәк булған өсөн түҙеп йәшәмәй. беҙҙә башҡорттар, рустар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар, православие, мосолман, йәһүд динендәгеләр – бөтәһе лә бала саҡтан дуҫ йәшәй. Бергә үҫәләр, уҡыйҙар, хеҙмәт итәләр, өйләнешәләр, ҡатнаш никах булдыралар. Шул уҡ ваҡытта, әлеге мәлдәге кеүек, ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, Тыуған илебеҙҙе бергәләп һаҡлайҙар”.

Совет ултырышында республикалағы традицион дин ойошмалары етәкселәре сығыш яһаны. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илде һаҡлау маҡсатында ҡабул иткән ҡарарын хуплауын белдерҙе.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов төбәктә дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙың нисек алып барылыуы тураһында һөйләне.

– Социологик күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 90 проценты төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең хәлен ыңғай баһалай. Был күрһәткес йыл һайын тотороҡло үҫеш күрһәтә: 2017 йылда – 80,1, 2018 һәм 2019 йылдарҙа 85 процент ине, – тине Азат Бадранов.

Премьер-министр урынбаҫары белдереүенсә, дәүләт милли сәйәсәтендә этномәҙәнилекте, телдәр төрлөлөгөн һаҡлау, уларҙы яҡлау мөһим өҫтөнлөк булып тора. Республикала 14 тел өйрәнелә. Башҡорт теленә башҡа милләттәр ҙә ҡыҙыҡһыныу белдерә.

 

Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: