Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 09:32

Ромашка төнәтмәһен йыш ҡына ауыртыуҙы баҫыусы һәм тынысландырыусы сара булараҡ ҡулланалар

Был сәскәнән әҙерләнгән төнәтмәне нисек әҙерләргә була һуң? Тулыраҡ сайтта:

Ашҡаҙан-эсәк, бауыр һәм үт ҡыуығы юлдары ауырыуҙарын дауалау өсөн, 1 стакан ҡайнаған һыуға 1 аш ҡалағы сәскәләр иҫәбенән төнәтмә әҙерләйҙәр. Һөҙгәс, көнөнә 3-4 тапҡыр 1-2 аш ҡалағынан алып 1/3 стаканға тиклем эсәләр.

Күрем килмәй торғанда ромашка сәскәләренән, бөтнөк (мята) япраҡтарынан һәм валериан тамырынан әҙерләнгән төнәтмә эсергә ҡушалар. 1 аш ҡалағы әлеге йыйылманы 1 стакан ҡайнап торған һыуҙа бешерәләр. Ҡайнар килеш көнөнә 2-3 тапҡыр яртышар стакан эсәләр.

Халыҡ медицинаһында ромашка төнәтмәһен йыш ҡына ауыртыуҙы баҫыусы һәм тынысландырыусы сара булараҡ ҡулланалар. Ауыҙ эсе боҙолғанда, ангина ваҡытында ауыҙҙы, тамаҡты сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар. Был осраҡта төнәтмә 1 стакан һыуға 20 грамм ромашка сәскәһе һәм 4 грамм бор кислотаһы ҡушып яһала.

Күҙ ҡабаҡтары ауыртҡанда ромашка төнәтмәһе менән иртән һәм кис күҙҙе йыуалар. Тимрәү, йәрәхәт, тәрән яра булғанда, рентген нурҙары менән нурланғанда ромашка төнәтмәһенән ванна яһайҙар, бәйләп ҡуялар. Бәрелгән, һуғылған, ревмотизм һәм подагра арҡаһында быуындар ауыртҡанда ромашка менән эҫе компресс ҡуялар. Бының өсөн 2-3 аш ҡалағы ромашка сәскәләренән бутҡа барлыҡҡа килгәнсе бешерәләр, уны ҡайнар килеш таҙа туҡымаға һалалар ҙа ауыртҡан урынға ҡаплайҙар.
1,5 литр һыуға 4 аш ҡалағы ромашка сәскәһе иҫәбенән әҙерләнгән ҡайнатма менән сәстәрҙе лә йыуырға мөмкин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: