Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 22:04

Баҡса еләген туҡландырыу

Туҡландырыу еләктәр эре булһын өсөн генә түгел, ә еләк ҡыуағы көслө булһын, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн дә кәрәк. Ошо ысул менән бер тапҡыр туҡландырыу етә:

10 л һыуға: 3 г марганцовка, 0,5 сәй ҡалағы бор кислотаһы (йылы һыуҙа иретеп ҡушырға), 1 аш ҡалағы мочевина, 0,5 стакан көл.
Алдан һыу һипкән еләктәргә 1 төпкә 1 литр һалырға. Бәләкәй ҡыуаҡтарға 0,5 литр ҙа етә.

Йәки:
10 литр һыуға 0,5 сәй ҡалағы бор кислотаһы, 0,5 сәй ҡалағынан әҙерәк марганцовка, 13-15 тамсы йод, 2 аш ҡалағы нашатыр спирты. 1 төпкә 0,5 л һалып сығырға.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: