Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 21:54

Әрем – бик файҙалы үлән

Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсө бар

Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсө бар: аяҡҡа ураһаң – арығанды, сәй итеп эсһәң – эстәге сирҙәрҙе бөтөрә, ишек өҫтөнә киптереп элһәң, насар көстәрҙе тупһа аша уҙҙырмай, өйҙә төтәтһәң, төрлө эпидемия ваҡытында һауаны зарарһыҙлай, киптереп гөлләмә итеп һауытҡа ҡуйһаң, өйҙәге һауаны микроорганизмдарҙан таҙартып тора икән. Иң мөһиме – әрем кешенең эсендә паразиттарға үрсергә бирмәй, булһалар, бөтөрә. Шул уҡ ваҡытта, әремде ҡулланыуҙың самаһын да белергә кәрәк, ҡасан ярамағанын да. Был үләнгә аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланыу тыйыла. Әремдең бөгөн киң таралған яман шеш сиренән дә файҙалы булыуы иҫбатланған. Шулай уҡ дисбактериоз, эс китеү, йүткереү, пневмония, ағыуланыу, астма һәм башҡа сирҙәрҙе лә йырып сығырға ярҙам итеүе билдәле.


Әремде һап-һары булып, тирә-яҡҡа әскелтем хуш еҫен борҡотоп ултырған ваҡытта йыйыу яҡшы. Ҡояшһыҙ, еләҫ урында киптерергә. Унан төнәтмә яһап йәки ҡоро, кипкән сәскәләрен һыу менән эсергә була.
Көн дә йоҡларға ярты сәғәт ҡалғас, 10-15 бөртөк кипкән сәскәһен ярты стакан йылы һыу менән ҡабып йотһаң, улар беҙҙең организмды эстән таҙартып тота. Иртәнсәк торғас, ауыҙҙан тәмһеҙ еҫ килмәй, бер рәттән эстәге ағзалар сәләмәтләнә. Әрем ашҡаҙанға ла ыңғай тәьҫир итә, аппетитты аса. Ул беҙҙең эсте таҙартып, төрлө инфекцияларҙан, бактерияларҙан аралай. Бына шундай мөғжизәле үлән үҫә беҙҙә. Ул иң тәмле, хуш еҫле, тын алышын асып ебәрә торған үлән!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: