Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 10:23

Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы

Фондтың төп маҡсаты — ветерандарҙы һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен адреслы һәм “бер тәҙрә” тәртибендә тейешле ярҙам саралары менән тәьмин итеү.

Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы
Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, фонд махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә.

«Бурыстар иҫәбендә — медицина, психологик, социаль ярҙам. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың туғандары өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы 180-гә еткерербеҙ. Улар — хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Улар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә», — тине Радий Хәбиров.

«Ватанды һаҡлаусылар» Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында асыла, тип билдәләне республика етәксеһе.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: