Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2023, 23:26

Ыумас ашы — башҡорт милли аш-һыуы

Ыумас ашын картуфһыҙ ҙа, һыуҙа ла, һурпала ла, һөттә лә бешереп була. Тағы ла бер рецепт менән видеояҙмала таныша алаһығыҙ...

Ыумас ашы былай әҙерләнә: тәүҙә тоҙло һыуҙа ваҡ ҡына итеп туралған картуф бешерелә. Икенсе һауытҡа әҙ генә һыу һалына. Уға бойҙаймы, арышмы, борсаҡмы, ҡарабойҙай йәки һоло онон һалып бутайҙар. Килеп сыҡҡан бутаманы тотошлайы менән алып ыуа башлайҙар. Таҡтаға ваҡ ҡына ҡамыр киҫәктәре ҡойолғансы ыуалар. Шуларҙы алып, ҡайнап торған картуф лы һыуға һалып, 2-3 минут бешерәләр. Ыумас әҙер.

Эс майында ҡурылған башлы һуған, ҡорот, йә ваҡ ҡына итеп туралған йәшел һуған менән ашайҙар.

Ыумас ашын картуфһыҙ ҙа, һыуҙа ла, һурпала ла, һөттә лә бешереп була.


Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: