Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 22:42

Емешле гөбәҙиә бешерәйек

Ә инде итле гөбәҙиәне ҡоротһоҙ ҙа бешерергә мөмкин...

Емешле гөбәҙиә
Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, 300 мл һөт, 200 грамм аҡ май, 100 грамм маргарин, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сүпрә, 1 ҡалаҡ шәкәр, он кәрәк.

Эслек: 350-400 г ҡорот, 1-1,2 кг бүрттерелгән дөгө, 200-300 г йөҙөм йәки башҡа емештәр, 10 йомортҡа, 350-400 г аҡ йәки һары май, таба майлау өсөн 50 г май.

Әҙерләнгән ҡамырҙы майлы табаға һалалар. Гөбәҙиәнең төбө ебеп йомшармаһын өсөн ҡамыр өҫтөнә башта бүрттерелгән дөгө, шунан ҡалын итеп әҙер ҡорот һәм тағы ла дөгө һалалар. Артабан дөгө өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ҡаты итеп бешерелгән һәм ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа, тағы бер ҡат дөгө, уның өҫтөнә парҙа йомшартылған йөҙөм, күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк һалалар. Эсенә бик күп итеп май һибәләр ҙә өҫтөнә йоҡа ғына итеп йәйелгән ҡамыр ябып, табалағы ҡамыр менән менән сит-ситтәрен семетеп йәбештерәләр. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн дә майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еүешләтелгән ҡағыҙ ябалар. Гөбәҙиә 50 минут тирәһе бешә. Әҙер гөбәҙиәне табынға ҡайнар килеш, өлөштәргә бүлеп бирәләр.

Итле гөбәҙиә
Эслек: 250-300 г ҡорот, 1 -1,1 г бүрттерелгән дөгө, 400-500 г ҡыҙҙырылған ит, 100 г ҡыҙҙырылған һуған, 6-8 йомортҡа, 200 г йөҙөм йәки башҡа еләк-емеш, 300-350 г аҡ йәки һары май, таба майлау өсөн 50 г май.

Ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйәләр ҙә майлы табаға һалалар, өҫтөн майлайҙар. Ҡорот һалғас ебеп китмәһен өсөн ҡамыр өҫтөнә йоҡа ғына итеп дөгө, шунан - ҡорот, уларҙың өҫтөнә - 2-3 мм тигеҙләп тағы ла дөгө, өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ит турағыс аша үткәрелгән һәм ҡыҙҙырып алынған ит һалалар. Итте майҙа ҡыҙҙырылған һуған менән ҡушып болғатырға ла мөмкин. Ит өҫтөнә тағы йоҡа ғына итеп бүрттерелгән дөгө, уның өҫтөнә ваҡ ҡына туралған йомортҡа һәм тағы бер ҡат дөгө һалалар. Өҫкә йомшартылған йөҙөм (күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк) һалына, эсенә күп итеп иретелгән аҡ йә һары май һибәләр. Гөбәҙиәне мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еүешләтелгән ҡағыҙ ябалар. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә итле гөбәҙиә 40-50 минут бешә. Әҙер гөбәҙиәне киҫәктәргә бүлеп, табынға ҡайнар килеш ҡуялар.

Итле гөбәҙиәне ҡоротһоҙ ҙа бешерергә мөмкин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: