-4 °С
Ҡар
3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлыҡ банка менән "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә кәрәк буласаҡ. Талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туктыуһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кисель һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытырға ҡуябыҙ.
Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға, 1 тәүлеккә йылы урынға ултырытып ҡуйырға.
Теүәл бер тәүлектән, теленде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!