Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2024, 08:45

Бар яҡтан да уңған коллегам

Әҙәбиәт дәрестәрендә балалар менән уҡытыусы тураһында бик күп шиғырҙар һәм башҡа әҫәрҙәр өйрәнәбеҙ. Шундай дәрестәрҙең береһендә мин уҡыусыларыма, һеҙгә ниндәй уҡытыусы нығыраҡ оҡшай, тигән һорау ҡуйҙым. Улар бер тауыштан: “Беҙҙе аңлаған, һәр саҡ беҙҙең менән булған уҡытыусылар!” – тип яуап бирҙе. Эйе, беҙҙең Юлдыбай мәктәбендә тап шундай уҡытыусылар эшләй ҙә инде. Шуларҙың береһе – Фәнирә Миңлебай ҡыҙы Мостафина. Үҙ эшенә бар булмышы менән бирелгән ысын уҡытыусы ул, беҙҙең Фәнирә. Һәр дәресен төплө һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштора, теманы балаларға ентекле аңлата.

Фәнирә Миңлебай ҡыҙы 1978 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе лә, атаһы ла ябай хеҙмәт вәкилдәре, донъя көтөргә бик тырыштар, ауылдаштары араһында өлгөлө, абруйлы кешеләр. Фатима апай бик моңло итеп халыҡ йырҙарын башҡара, сәхнә күрке булып йәшәй.
Башланғыс кластарҙан һуң, Фәнирә 1997 йылда һәләтле балалар өсөн музыка теорияһын һәм махсус фәндәрҙе тәрәндән өйрәткән урта дөйөм белем биреү учреждениеһы – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Өфө музыка мәктәбенә уҡырға инә. Зирәк ҡыҙ артабан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡыуын дауам итә һәм “Музыка” бүлегендә белем ала. Төп эше Йылайыр музыка мәктәбендә булһа ла, бер үк ваҡытта 2008-2010 йылдарҙа “Ләйсән” балалар баҡсаһында, 2010-2014 йылдарҙа мәҙәниәт йортонда, 2015 йылдан әлегәсә Юлдыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй. Фәнирә Миңлебай ҡыҙының оҫта ойоштороуы һәм етәкселегендә балалар матур итеп йырларға өйрәнә һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Мостафиндар ауылыбыҙҙа музыкаль ғаилә булараҡ ихтирам ҡаҙанып йәшәй. Миңә, мәҫәлән, уларҙың ике улының да класс етәксеһе булдым, Айрат менән Айназ бик әүҙем уҡыусылар ине.
Айрат әлеге көндә Өфө ҡалаһының Р.Бикбаев исемендәге гимназияһында математика уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй, аспирантурала белем алыуын дауам итә. Эштән бушаған арала туй һәм юбилей табындарында тамада булып йөрөй, сәхнәлә йырлай, йәштәргә дискотека үткәрә. Айназ улдары Өфө фән һәм технологиялар университетының физика-математика факультетында уҡый, ул да ижади кеше, яратҡан шөғөлө – фото төшөрөү, КВН-да ҡатнаша. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе кинйәләре Азат та бәләкәйҙән концерттарҙа сығыш яһай.
Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған педагог Фәнирә Миңлебай ҡыҙының Маҡтау грамоталары бихисап, уҡыусыларын район, төбәк-ара, республика кимәлендәге конкурстарға ла әҙерләй. Мәҫәлән, Нәҙерғолов Нәғим “Яҙғы тамсылар” район конкурсында 2-се урын, Сибай ҡалаһында уҙғарылған “Виктория еңеү йыры”нда 1-се урын, Өфөлә уҙған “Аврора” конкурсында 1-се урын, Сибайҙа үткән “Йәш таланттар” конкурсында 3-сө урын яуланы. Урал аръяғында үткән “Ирәндек моңдары” конкурсы дипломанты булды. 2022 йылда Ғилметдинова Миләүшә “Сулпылар” телевизион конкурсында 3-сө урын яуланы, Нәҙерғолов Нәғим “Халыҡ йырсыһы” номинацияһында еңеүсе булып танылды, ә быйыл, финалға сығып, лайыҡлы 3-сө урын яуланы. Был еңеүҙәр, әлбиттә, еңел генә бирелмәй, улар артында тырышлыҡ, дөрөҫ итеп репертуар һайлау, тауышты көйләү, ныҡышмалылыҡ ята.
Фәнирә Миңлебай ҡыҙы бик күп йылдар “Аҡйондоҙ” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблен етәкләй, шулай уҡ мәктәптә ҡыҙҙар ансамблен төҙөнө, ауылда бер концерт та уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Һәр ваҡыт репертуар өҫтөндә эшләйҙәр, сәхнәгә яңы йырҙар сығаралар.
Фәнирә Миңлебай ҡыҙы бейергә лә маһир. Уның ҡатнашлығында беҙҙең район оҫталары “Байыҡ-2022” телевизион бейеү конкурсында призлы урын яуланы. Уның актерлыҡ һәләте лә көслө, сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашһа, ролдәрҙе бик яратып, тамашасыны ышандырырлыҡ итеп уйнай.
Уҡытыусының күп ваҡыты, әлбиттә, мәктәптә үтә. Ул уҡытып ҡына ҡалмай, ә класс етәксеһе лә булып эшләй. Фәнирә Миңлебай ҡыҙы бик яҡшы ойоштороусы, мөләйем генә йылмайыуы менән үҙенә йәлеп итә, хөрмәт уята. Музыка белгесе булараҡ, миңә йыш ҡына уға мөрәжәғәт итергә тура килә, бер ҡасан да ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, кәңәштәрен бирә, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер тора.
Талантлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ машина руле артында ла үҙен ышаныслы һәм ҡыйыу тота. Көн дә иртән бәләкәсен ултыртып, урамдан елдәй елеп үткәнен һоҡланып ҡарап ҡалам.
Фәнирә Миңлебай ҡыҙын уҡыусылары ла бик ярата, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Быйылғы “Уҡытыусы һәм остаз” йылында үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2023” конкурсында Фәнирә Миңлебай ҡыҙы мәктәп этабын уңышлы үтеп, район кимәленә сыҡты. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фирҙәүес Ҡашҡарова,
Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас