Ярты быуат элек ул саҡтағы Йомағужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә нескә генә билле йәп-йәш һылыу ҡыҙ булып эшкә килгәйне Дилара апай... Ике йылдан мәктәп урта белем биреү усағына әйләнде. Ә уға тиклемге класс бүлмәләре боронғо бай йорттарында һәм ҡулайлаштырылған бүлмәләрҙә сәс-баш урынлашҡан ине. Хәтеремдә, яңы мәктәпкә күрше ауылдан дүртенсегә тәүбашлап уҡырға килгән кескәй генә малайҙар һәм ҡыҙҙар инек әле беҙ. Дүрт йөҙләп бала мәктәп ихатаһына ҙур линейкаға теҙелгәнбеҙ... Таныш булмаған апай-ағайҙар, линейкаға килгән район һәм ауыл вәкилдәре, тамаша ҡылыусы ауыл кешеләре бихисап... Бындай оло йыйынды күреп өйрәнмәгән күрше ауылдар балалары аптырап, тирә-яғыбыҙҙы күҙәтәбеҙ. Әһә, миңә таныш уҡытыусылар ҙа байтаҡ ҡына икән: Айҙар ағайым менән Йәмилә еңгәйем, уларҙың ут күршеләре Фариза апай менән Әхмәҙей ағай, Фәүзиә апай, Әминә еңгәйем, Рәйлә апайым, Йәнғәле олатай, Мәхмүтйән ҡоҙа (уның ысын исемен Йомағужа мәктәбенә килгәс кенә белдем... Уға тиклем ул миңә “Сәмерхан ҡоҙа” ине... Баҡһаң, фамилияһы шулай икән...) Сәләх башланғыс мәктәбендә уҡытҡан Роза апайыбыҙ ҙа беҙҙең тирәнән китешмәй... Арыраҡ ауылыбыҙ килене – тал сыбыҡтай ғына нәҙекәй билле Дилара еңгәйебеҙ тора... Ә ҡалған уҡытыусылар менән алда танышасаҡбыҙ әле...
Беҙ Йомағужа урта мәктәбендә уҡый башлағанда Дилара Абдулла ҡыҙы декрет ялында ине. Шул сәбәпле тәүге уҡыу йылында ул мәктәптә күренмәне тиерлек. Бары беҙ урта кластарға етеп, яңы бинала уҡый башлағас ҡына, Дилара апайыбыҙ рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә башланы. Күҙҙәре янып торған, тынғыһыҙ уҡытыусымды беренсе дәресенән үк үҙ иттем.Уның әҙәби әҫәрҙәрҙе бар булмышы менән бирелеп, диҡҡәт менән уҡыуын, геройҙарҙы ҡылыҡһырлағандағы килешле генә ым-ишараһын ярата инем. Уҡытыусының үҙенә генә хас көйлө тауышы ғүмерлеккә хәтеремә һеңде... Тағы ла шуныһы – Дилара Абдулла ҡыҙының теге йәки был баланың ата-әсәһен кәмләп, уҡыусыһын уларҙың килешһеҙ яҡтары менән сағыштырып ултырғанын хәтерләмәйем. Уның өсөн бар уҡыусылар ҙа бер, барыһы ла берҙәй яҡын булды.
Быйыл сентябрь айында Дилара Абдулла ҡыҙы Әлмөхәмәтова-Салауатованың алыҫтағы Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан Йомағужа мәктәбенә эшкә килеүенә 50 йыл булып үтте. Салауат педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом тотоп, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған йәш кенә үҫмер ҡыҙ ине ул... Кешене эсәһе һыуы, ейер ризығы, яҙмышы йөрөтә, тигәндәре хаҡтыр: Дилара Абдулла ҡыҙының да ғүмерлек төйәгенә әүерелде йәмле лә, ҡырыҫ та Йылайыр яҡтары. Ғүмерлек пары булыр йәре лә ошонда көткән икән уны. Ауылыбыҙҙың аҫыл егеттәренең береһе булған, абруйлы ғаиләлә буй еткергән, үҙе кеүек үк урта махсус уҡыу йортон тамамлап ҡайтып, башта тыуған хужалығында бригадир ярҙамсыһы, артабан агроном булып эшләп йөрөгән йәш белгес Шәфҡәт Сәғит улы Салауатов арбай ҡыҙ күңелен. 1974 йылда ике ғашиҡ сәстәрен-сәскә бәйләй һәм бына ярты быуат инде етәкләшеп тормош юлынан атлай. Мөхәббәтле татыу ғаиләлә өс бала үҫте. Улар барыһы ла юғары белемле, районда яуаплы вазифаларҙа эшләйҙәр...
Әлбиттә, Дилара Абдулла ҡыҙының яңы ерҙәге тормошо шып-шыма ғына ла бармағандыр... Ләкин “асыуын – ат, аҡылын дилбәгә” итеп йәшәй белгән зирәк ҡатын барыһын да сабыр үткәрә, тормош әкер-сөкөрҙәренә күнергә тырыша. Ике ауыл араһындағы биш саҡырымды урман юлынынан йәйәүләп үткәнендә аҙашып йөрөгән мәлдәре, Таллыҡ ҡойоһона бата-сума мәктәпкә ашығыуы, ҡар бурандарҙа, ямғыр-дауылдарҙа ат арба-санаһында, йәки тракторҙа эләгеп-һағып район үҙәгенә йөрөүҙәре йыраҡта, аҡ томандар эсендә ҡалған татлы хәтирәләр булып ҡына иҫенә төшә хәҙер ветеран уҡытыусының...
Олпат йәшкә етеп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан уҡытыусыбыҙ әле булһа теремеклеген, бөтмөрлөгөн, зирәклеген юғалтмаған. Яҙмыш ҡушыуы буйынса кисәге уҡытыусым менән күптән ҡоҙа-ҡоҙағый булышһаҡ та, мин уға әле лә абруйлы педагог, төплө фекерле остазым итеп ҡарайым һәм “ҡоҙағый” тип өндәшә алмайым... Ул минең өсөн ғүмерлеккә “Дилара Абдулловна” булып ҡала!
“Килен – ҡәйнә тупрағынан”, – тигәндәй, тетә баҫып йөрөгән, ҡырҡыу һәм тура һүҙле, асыҡ сырайлы ҡәйнәһе Маһинур инәйем мәрхүмәгә лә оҡшатып ҡуям мин уны. Ә Шәфҡәт ағай иһә хас та атаһы Сәғит олатай инде – ашыҡмай ғына, һәр һүҙен уйлап, үлсәп һөйләгән ултырышлы, сабыр холоҡло уҙаман!
Йәшәйһегеҙ матур пар булып,
Берегеҙ өсөн берегеҙ йән атып!
Ауылдаштар өсөн өлгө булып,
Дуҫ-туғандар өсөн дан булып!..
Һөйөп үҫтергән емештәрегеҙҙең – ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, уларға терәк-таяныс, йәки үҙебеҙсә – сәләхтәрсә әйтһәк, “биштән тотҡан кәртә булып”, тағы ла оҙаҡ йылдар бер-бергә йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Мотал Рәмов,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.