Саф һауала уҙған конкурста райондың ауыл мәктәптәрендә уҙғарылған ярыш этабында еңеүсе ете ғаилә ҡатнашты. Сараға килеүселәрҙе район хакимиәтенең социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев тәбрикләне. Артабан ярыш шарттары менән төп судья Владимир Скопинов таныштырҙы. Иң төп шарттарының береһе уйынсыларҙың быймала булыуы ине. Спорт уйындарының ҡышҡы төрөнә ҡараған ҡаршылыҡтар аша уҙышыуҙарҙа етеҙҙәр алдынғылыҡты бирмәне. Сәмле барған ярышта командалар, тамашасылар бер-береһен дәртләндәреп, ҡеүәтләп торҙо.
Ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урында Сәләх ауылынан Айбулат, Мөнирә һәм Динә Иҫәнбаевтар, икенсе урында Йылайыр ауылынан Илгиз, Гөлсәсәк һәм Айназ Иғдәүләтовтар, өсөнсө урында Берҙәш ауылынан Алексей, Анна һәм Арина Николаевтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Беренсе урынды яулаусы Иҫәнбаевтар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡтар. Бөтә командаларға грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр, еңеүселәргә миҙалдар тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ! Иҫәнбаевтар ғаиләһенә уңыштар теләйбеҙ.