Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2024, 16:45

Ҡулдарында ҡот уйнай...

Нимәһе менәндер иғтибарҙы йәлеп иткән, башҡаларҙы үҙенә ылыҡтырған кешеләр була. Иҫке Сибай ауылына килеп йәшәй башлағас та беренселәрҙән булып “Үҙәк”, “Атайсал” магазиндары һатыусылары менән таныштым. Аллаға шөкөр, улар менән бөгөн дә һәйбәт мөнәсәбәттәбеҙ, йылдар үтеү менән барыһы ла бер туған һеңлеләремдәй булып киттеләр. Бөгөн мин һеҙгә шуларҙың тик береһе – әлеге көндә икмәк бешереү цехында эшләп йөрөгән ауылдашым Илвера Рәхмәтуллина тураһында һөйләмәксемен.

Юҡ-бар хәбәр һөйләп, бушҡа ваҡыт үткәрергә яратмаған ханымдарҙың береһе ул Илвера. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында тирә-яҡта дан алған Юлдыбай ауылында Боҫҡоновтар ғаиләһендә тыуып-үҫә ҡыҙ. Урындағы мәктәптәпте тамамлау менән Баймаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Дүртөйлөлә эшләп йөрөгән йәш ҡыҙ 1989 йылдың яҙында ауылыбыҙға килен булып төшә. Башта Иҫке Сибай мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Аҙаҡ һатыусылыҡ һөнәрен үҙләштерә һәм ун дүрт йыл дауамында сауҙа өлкәһендә тир түгә.
Шул уҡ ваҡытта өс малайға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итергә лә өлгөрә тырыш ҡатын. Бөгөн Рәхмәтуллиндарҙың ике улы эйәле-башлы булғандар инде. Ата-әсәләре уларға үҙ ояларын ҡорорға ярҙамлаша һәм башҡа сығара. Әле өс ейәнсәргә һәм бер ейәнгә һөйөнөп, уларҙы һөйөп кинәнә ололар. Бәләкәй улдары ла ата-әсә йөҙөнә тап төшөрмәҫ, тип ышана улар. Ә ҡыҙҙары Сибай ҡалаһында эшләп йөрөй.
Илвера Витальевна ауылдың йәмәғәт тормошонда иң әүҙем ҡатнашҡан ҡатындарҙың береһе. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, бер генә йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. Бер үк ваҡытта “Умырзая” вокаль ансамбленә йөрөй һәм ауыл халҡын йыр-бейеүҙәр менән дә һөйөндөрә.
Күпселек ауыл кешеләре кеүек, Рәхмәтуллиндар ҙа ҡураһында ишле генә мал тота, баҡсаларын тултырып емеш-еләк үҫтерә. Йәй айҙарында иһә уларҙың ишек алды һәр төрлө ҡош-ҡорт тауышынан гөрләп тора...
Ауылдаштары Илвера Витальевна ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ та хөрмәт итә. Уның бәйләгән, сиккән әйберҙәре күптәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Ә кис ултырып мәрйендәрҙән теҙгән ҡашмау-селтәрҙәре күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәктәрен биҙәй.
Башҡалар әле татлы йоҡола булғанда һары таңдан уҡ тороп, эшенә ашыҡҡан ханым киләсәккә матур ниәттәр, изге уйҙар менән ҡояшты ҡаршылай. Хәйерле көндәр, йырлы йылдар һиңә, Илвера!
Мотал Рәмов.
Иҫке Сибай ауылы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас