Ошо көндәрҙә Бәрҙәш ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә“Әлли-бәлли бәү” тип аталған район конкурсы уҙғарылды. Унда төрлө ауыл биләмәләренән килгән һәүәҫкәр башҡарыусылар башҡорт, рус һәм сыуаш телдәрендә бишек йырҙарын йырланы, сәңгелдәктә ятҡан баланы бәпләне, һамаҡлап йыуатты. Был сара ла, әйткәндәй, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтте һәм традицион халыҡ мотивтары нигеҙҙәрен һаҡлап, сифатлы һәм үҙенсәлекле лирик-йыр әҫәрен, атап әйткәндә, бишек йырын башҡарыу, боронғо йырҙарҙы иҫкә алыу маҡсатын үҙ эсенә алды.
Бишек йырын башҡарыусылар конкурсында райондың ун ауылынан 17 йыраусы ҡатнашты. Сәхнәнән төрлө телдәрҙә мөхәббәт менән һуғарылған музыкаль композициялар яңғыраны. Конкурсанттар бишек йырҙарын башҡарыуҙан тыш, ғаилә йолаларын һәм тарихын да һөйләне. Ҡайһы бер конкурсанттарҙың ҡулдан эшләнгән ағас бишек алып килеүе ҡыуандарҙы, унда ҡасандыр уларҙы бәүелтһәләр, аҙаҡ үҙҙәре лә был бишектә балаларын йырлап йоҡлатҡан.
Ябай булмаған был конкурста тамашасылар төрлө телдә яңғыраған йырҙар тыңлап, быуындар бәйләнешен сағылдырған сәхнәләштереүҙәрҙе ихлас ҡараны.
Барыһы ла ғаиләнән, бала саҡтан башлана. Әле теле асылмаған сабый әсәһенең наҙлы һүҙҙәрен тыңлап, теленә һөйөү менән һуғарылып үҫә. Бишек йырҙарында ғына күпме иркәләү, һөйөү һүҙҙәре ишетә бәләкәс бала. Шуға ла был конкурс район халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бәрҙәш ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең уңайлы залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашасылар араһында ололар ҙа, балалар ҙа булды. Аптырайһы түгел, бишек йыры кемгә булһа ла танһыҡ. Бала өсөн бишек йыры – тирә-яҡ донъяны танып-белеүҙә беренсе аҙым. Ҙур ҡалаларҙа нисектер, белмәйбеҙ, әммә төпкөлдә баланы йырлап йоҡлатыу йолаһы әле лә һаҡланып ҡалған.
“Әлли-бәлли бәү” район конкурсының еңеүселәре тип Йомағужа ауылынан Альмира менән Рит Ҡолһариндар, Матрай ауылынан Гөлсимә Солтанова, Мәүлиҙә Заманова һәм Гөлназ Арслановалар танылды. Уларҙың сығыштары мандолина, ҡумыҙ моңдары менән оҙатылды. Һабыр ауылынан Асия Хазиева, Гөлнара Сөләймәнова, Йылайыр ауылынан Любовь Сероваларҙың бишек йырҙары ла тамашасылар күңеленә хуш килде, улар икенсе урынға лайыҡ булды. Бәрҙәш ауылынан Ольга Иванова менән Байғужа ауылынан Баныу Игебаеваларға өсөнсө урын бирелде.
Сараны концерт номерҙары байытты. Конкурсанттарҙы дәртләндереп йырсылар, һүҙ оҫталары сығыш яһаны.
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, ауыҙ-тел ижады ҡоромаһын, һәр кем үткәнен, тарихын белеп үҫһен ине.