Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова (Солтанғужина) 1982 йылдың 9 апрелендә донъяға килә. Ҡыҙыҡай бәләкәй саҡта ата-әсәһе Орск ҡалаһына күсә. Гөлсөмгә өс йәш тулғас, ҡартатаһы гүр эйәһе булып ҡала. Өләсәһенә терәк булырға тип, ғаилә кире ауылға күсеп ҡайта. Шулай итеп, Гөлсөм беренсе класҡа Һабыр мәктәбенә бара. Һабырҙа Гөлсөмдәр класын билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов уҡыта. Шуҡ малайҙарҙың, уны шаяртып, портфеленә кирбес һалып ҡайтарыуҙарын да, ағайҙарының уларға тапҡыр яуабын да һағынып, йылылыҡ менән иҫкә ала Гөлсөм. “Тәүге уҡытыусыбыҙ Көнһылыу Янсаф ҡыҙын онотмайбыҙ. Класыбыҙ татыу булды. Әле лә ҡайтҡан арала барып, хәлен белеп, ҡотлап китәбеҙ”, – ти ул.
Етенсе кластан Сибай гимназия-интернатында белем ала. “Үҙаллылыҡҡа, дуҫлыҡҡа –унда күп нәмәгә өйрәндем. Тормош мәктәбен үттем. Уҡытыусыларым шәп булды”, – ти Гөлсөм.
Әсәһе Гөлнур Яңыбай ҡыҙы «Һабыр» совхозында кадрҙар бүлегендә эшләй, аҙаҡ мәктәптә математиканан белем бирә, уҡытыу буйынса директор урынбаҫары йөгөн тарта, Йылайыр районының мәғариф бүлеген дә етәкләй. Атаһы Байрамғол Ирғәле улы милицияла, машина йөрөтөүсе, ауылға күсеп ҡайтҡас, ер үлсәүсе була. Шәкәр сире менән интеккән уҙаман иртә китә яҡты донъяларҙан. “Уның вафатына ла 20 йыл тулып уҙҙы”, – ти Гөлсөм. Башҡорт дәүләт аграр университетында малсылыҡ аҙыҡтарын етештереү факультетында уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай әсәһенә, Динара һеңлеһенә терәк булырға тип, һуңғы курсын ситтән тороп тамамлай.
Әсәлек бәхете
Алтынсы кластан үҙ фермаһын булдырыу хаҡында хыяллана Гөлсөм. Әхирәте менән “һауынсы булырға хыялланабыҙ” тип яҙған иншаһын әле лә көлөп хәтерләй ул. Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы юғары белемле технолог һөнәренә эйә булып сыға. Студент ваҡытта ит комбинатында колбасалар эшләү цехтарына, ҡошсолоҡ фабрикаларына, йылҡы заводтарына йөрөтөүҙәренән үк был хеҙмәт тармағы хаҡында төшөнсә ала. Атаһы мәрхүм булғас, ҡыҙыҡай тыуған ауылына оҙайлы практикаға ҡайта. Байрамғол ағай уға туғыҙ йәш кенә булғанда үлеп ҡалған үҙ әсәһенең фамилияһын алған. Үгәй әсәй ҡулына эләгеп, ауыр тормош юлы үткән була ул. Атаһы яҡлап туғандар уларҙы ташлап ҡуймай, ярҙам ҡулы һуҙа, әле булһын улар менән бәйләнеште өҙмәй Гөлсөм, ҡатышып йәшәйҙәр.
Буласаҡ тормош иптәше Рөстәм менән әхирәте таныштырғас, йөрәге ярһып тибә. Яҙмышы, үҙенеке икәнен таный.Салауат районы Торналы ауылы егете Өфө урман техникумында уҡып йөрөгән була. Бер йылдан уны хәрби хеҙмәткә алалар. Һөйгәндәр хатлашып тора. Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән Рөстәмде ике йыл көтә Гөлсөм. Тормошта таяуһыҙ ҡалған әсәһен яңғыҙ ҡалдырырға ҡыймай, уның янына ҡайтҡан йәш белгесте мәктәпкә пионервожатый итеп саҡыралар. Әсәһенә Йылайырҙан эш тәҡдим иткәстәр, сәстәрен сәскә бәйләгән Гөлсөм менән Рөстәм, малдарҙы урынлаштырғансы, Һабырҙа ҡалырға ҡарар итә. Был ваҡыт 13 йылға һуҙыла. Ике һыйыр, ваҡ мал, ҡош-ҡорт күпләп аҫрайҙар. Ошонда уларҙың ике улы – Арыҫлан менән Азамат тыуа.
Мәктәптә ойоштороусы булып тәжрибә туплаған белгесте башта Һабырҙа – “Ләйсән”, аҙаҡ Йылайырҙа “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире итеп ҡуялар. Бер аҙҙан Йылайыр районының мәғариф бүлеге методисы итеп тәғәйенләйҙәр. Балалар үҫә төшкәс, ғаилә баш ҡалаға тартыла. Өфөлә Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурста көстәрен һынап ҡарайҙар. Тормош иптәшен дә министрлыҡҡа ҡуш ҡуллап алалар. Тиҙ арала хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулаған уҙаманға Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се мәктәпкә директор вазифаһын йөкмәтәләр. Ике улдары ла Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла белем ала.Туғыҙынсы класта уҡыған Арыҫлан техника менән мауыҡһа, етенселәгеАзаматта сәнғәткә тартылыу бар: бейергә ярата, спортҡа ылыға. БЮТ каналында “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында ла ҡатнашырға өлгөрә. Улдарының үҙ аллы булып үҫеүе ата-әсәһен ҡыуандыра.
Уңған хужабикә
Бәләкәй саҡта еләккә йөрөгәндә Гөлсөм тилберлек күрһәтә. Тиҙерәк һауытты тултырып алып ҡайтҡыһы килә уның. Маҡсатына ирешеүсән ҡыҙҙа яуаплылыҡ тойғоһо көслө була. Алдына алғанына ирешмәйенсә ҡуймай ул. Әсәһе лә ҡыҙына ышана, Гөлсөм ҡайтһа, барыһын да эшләй ул, тип әйтә ул, йыш кенә ҡыҙының уңғанлығына ғорурланып. Әсәләре ике ҡыҙын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Ул – ныҡ сабыр, эстән һөйәге һынһа ла, өндәшмәҫ кеше. Гөлсөм үҙенең уға оҡшауын билдәләй. Эске зауыҡ менән кейенеүе, һәр ваҡыт нәзәкәтле, тырнаҡтары гел буялы булыуы уның тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ икәнен онотмауын иҫкәртә. Ҡәҙерлеһе әле һаман Һабырҙа йәшәй. Оло кешегә ҡарауы ауырлашҡас, малдарын бөтөрәләр. Тыуған йорт, атай нигеҙе, ғәзиз әсәй уларҙы үҙенә тарта. Ейән-ейәнсәрҙәр “өләсәй” тип ҡайта.Медицина юлынан киткән Динара һеңлеһе дарыухана мөдире булып эшләй, тормош иптәше менән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәйҙәр. Өс балаға ғүмер биргән улар.
Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала, тиҙәр. Гөлсөмдөң дә ҡәйнәһе Венера Алексеевна тыныс холоҡло, ғүмер буйына Торналы ауылында балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булып эшләй. Учалы яҡтарынан булған уның атаһы, Шәфик Әлимов, урыҫтар араһында үҫкәнгә, Алексей исемен ала. Ҡайныһы менән ҡәйнәһе татыу йәшәй, өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы ат ҡараусы булып эшләй, Гөлсөм менән Рөстәм өйләнешеп, баш балалары тыуғас, ул да йәшләй генә мәрхүм була. Балаларының барыһы ла үҙ юлын тапҡан. Оло улдары Рифат – электр монтажсы. Бәхетле әсәй әле Өфө ҡалаһында кинйә улы Динис менән киленендә донъя көтә.
Бишенсе кластан уҡ бесән сабырға йөрөй башлай Гөлсөм. Ат тырмаһына ҡолап ҡалмаһын өсөн, Юлай олатаһының уны бәйләп ултыртҡанын хәтерләй ул. Аҙаҡ үҙе йөрөшлө трактор ҡора олатаһы. Бесәнгә йөрөүемде былтыр ғына ташланым, тип йылмая Гөлсөм. Ауыл ҡатынын һары таңдан эш көтә: һыйыр һауа ла көтөүгә ҡыуып, һөтөн айырта ла эшкә йүгерә, унан ҡайтһа, ҡаҙҙары, тауыҡтары – уларҙы ашата һала. Йүгереп баҡсаға инә: ҡый баҫмағанмы? Утай һала, уңышын йыйып индерә...
Мәктәп йылдарында шиғырҙар ҙа яҙа Гөлсөм. Баҫылмағас, дәрте һүрелә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Айса ҡыҙы Таһирова ҡыҙыҡайҙың ижадҡа һәләтен билдәләй. Студент ваҡытта Өфөлә туҡталышҡа яҡын ғына өйөм булһа ине, тип хыяллана. Әле уныһы ла бар. Сит өлкәләргә сығып йөрөү ҙә уның маҡсатында була. Әле ул БР-ҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты булып эшләү дәүерендә ниндәй генә өлкәләрҙә булмай!
Аҡмулла юлынан
Төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалыусы, ошо өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыусы булараҡ таныйҙар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф алдынғыһы Г.Б. Дилмөхәмәтованы. Сит өлкәләрҙән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлсөм Байрамғол ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рәхмәт хаты тапшырғанда уны аяғүрә баҫып алҡышлай. Ҡайһылыр төбәктә фән булараҡ, икенсе яҡта– өҫтәмә белем, ҡайһыларында йәкшәмбе мәктәбе кеүек ойошторола телде өйрәнеү курстары. Йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр менән эште яйлау – Гөлсөм Байрамғол иңенә төшкән бурыс. Кадрҙар әҙерләү, дәреслектәр менән тәьмин итеү, төрлө саралар ойоштороу ҙа инә был эшмәкәрлеккә. Оҫталыҡ дәрестәре, фестивалдәр, олимпиадаларҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләй ул. Уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәр дәреслектәр менән тулыһынса тәьмин ителде, ти Гөлсөм.
“Дәүләттән ярҙам бара, кабинеттарҙы йыһазландырабыҙ, балалар баҡсаларына милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа ҡайтартабыҙ, буяу китаптары, мәктәптәргә музыка ҡоралдары, костюмдар – барыһы ла дәүләт программаһына ярашлы 59 мәктәп һәм 20-ләгән ойошмаға еткерергә тырышабыҙ”, – ти ул. Ниндәй генә һорауҙар килеп тыуғанда ла улар Гөлсөм Байрамғол ҡыҙына шылтырата ала. Бына әле республика олимпиадаһы бара. Сит өлкәләрҙән 19 бала килгән. Гөлсөм – улар араһында. Республикабыҙҙан ситтә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методисы вазифаһын да башҡара тигән һүҙ. Башҡорт телен өйрәнһендәр өсөн телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк, ти ул. Уҡытыусылар менән бер ғаилә булып эшләү оҡшай Гөлсөмгә. Сит өлкәләрҙәге мөғәллимәләрҙең көслө терәген тоя. Эш дәфтәрҙәрен сығарыу, бәйгеләр ойоштороу, телде шул яҡта тыуған билдәле шәхестәр аша өйрәнеү һөҙөмтә биреүен яҡшы аңлай тырыш ҡатын. Ырымбур өлкәһенән Сания Сәйет ҡыҙы Күзбаева, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкә, Татарстан Республикаһы уҡытыусыларының хеҙмәтен юғары баһалай белгес. Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы башҡа милләт вәкилдәренән булған директорҙарҙың балаларға туған телде өйрәтеүгә булышлыҡ итеүенәрәхмәтле һәммөһим эштең ыңғай барыуына һөйөнә. Сит өлкәләрҙәге уҡытыусыларға “йәһәт кенә килеп етегеҙ” тип шылтыратып булмай, уларға юл ярырға, бәйләнештә тоторға кәрәклеген, бер генә кешеһе менән ҡырҡыу һөйләшһәң, ул төбәккә юл ябыласағын да яҡшы аңлай ул.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете
Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергәярата, Һаҡмар буйын хуп күрәләр. Гөлсөмгә йәйәү йөрөү оҡшай. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда булғандар. Башҡа халыҡтарҙың йәшәйеше, фәлсәфәһе, мәҙәниәте мауыҡтыра. Абхазия, Сочи, Геленджикта ял иткәндәр. “Тиҙ генә күтәрелеп сығып китәбеҙ. Бер-береңде ишетә, тоя белеү – бәхет”, – ти ҡатын.
Үҙ көстәре менән барыһын да булдырған Дилмөхәмәтовтар. Гөлсөмдөң һаҡсыллығы, аҡса тота белеүе донъя көткәндә бик ҡулай.
– Үҙемде формала тотоуымды ҙур еңеүем, тип һанайым. Бәпестән һуң тулыландым. Тиҙ арала ипкә килергә үҙемә һүҙ бирҙем. Көс табып, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдом, – ти Гөлсөм. Ике айҙа 25 килограммдан арыныу өсөн дә күпме ихтыяр көсө, сәм кәрәк!
– Барыүҙеңде еңә белһәң, маҡсат ҡуйһаң, ауыр түгел, – ти ул. – Эшкә эш тип ҡарарға кәрәк, үҙеңде оноторға ярамай. Өләсәйем: “Өс ҡыҙыл дипломы ятһа ла, ирҙән уңмаһа, ҡатын үҙен тулы бәхетле тоймай”, – ти торғайны, – ти ул.
Тулы бәхетле тоя үҙен Гөлсөм. Яратҡан ғаиләһе, эше бар. Хыялдарын тормошҡа ашырырға рухи көсө лә, ихтыяры ла ныҡ. Әле барыһы ла өлгәшелгән тип әйтеп булмай. Иң ҙур теләге – һаулыҡ, кешеләргә файҙа килтереп йәшәү. Ә был уның ҡулынан килә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.