Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Февраль 2024, 16:05

Һәр бала мохтаж наҙға...

Балалар – тормош сәскәләре, тибеҙ. Һәр үҫентегә ныҡлы тамыр йәйеп үҫеп китһен өсөн ҡояш йылыһы талап ителгән кеүек үк, донъяға килгән һәр сабыйға ла иң тәү сиратта беҙҙең күңел йылыбыҙ, һөйөүебеҙ, наҙыбыҙ кәрәк.

Быйылғы йыл Рәсәйҙә – Ғаилә, Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Тимәк, йәмғиәтебеҙҙең иң яҡлауһыҙ ҡатламы – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың, эшкә һәләтһеҙ граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға икеләтә иғтибар бүленәсәк. Тап ошо социаль йүнәлештә эшләүсе район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторының төп бурыстары, көндәлек хеҙмәттәре хаҡында бүлектең баш белгесе Ләйсән Мир ҡыҙы Саптарова һәм беренсе категория белгесе Нәйлә Салауат ҡыҙы Ҡужабәкова менән әңгәмәләштек.
– Нәйлә Салауат ҡыҙы, һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?
– Башта уҡ әйтеп үтәйем, бында эшләргә түгел, ә бар булмышың менән инеп китергә, ошондағы көйөнөстәр һәм һөйөнөстәр менән йәшәргә кәрәк. Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына таянып, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү ниндәйҙер кимәлдә һалҡын ҡанлылыҡ та талап итә. Ғөмүмән, беҙҙең эштә ғәҙел дә, ҡаты ла булырға тура килә.
– Районда ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, етемдәр һаны күпме?
– Муниципаль районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 41 бала иҫәпләнә, шуларҙың 37-һе – ата-әсә тәрбиәһен алыштырыусы ғаиләләрҙә, ә дүртәүһе Йылайыр коррекция мәктәп-интернатында, шулай уҡ бәлиғ булған эшкә яраҡһыҙ 21 граждан опекала.
– Ләйсән Мир ҡыҙы, проблемалы ғаиләләрҙе нисек асыҡлайһығыҙ, улар менән ниндәй эш алып бараһығыҙ?
– Беҙгә берәй ғаиләлә ата-әсә эсә, балалар ҡарауһыҙ, тигәнерәк “сигнал” булыу менән урынға сығабыҙ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, һау булмаған, тип йомшағыраҡ әйтәйем, ғаиләләргә барғанда, иң беренсе, ата-әсә менән әңгәмәләшәбеҙ, уларҙың йәшәү шарттарын ҡарайбыҙ. Факттар асыҡлана, шунан сығып тейешле һығымталар эшләйбеҙ, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын эҙләйбеҙ. Иң һуңғы сара булып баланы ғаиләнән алыу, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү тора. Был осраҡта ла беҙ баланы приютҡа түгел, ҡартатай-өләсәй ҡарауына йә бүтән яҡын туғандарына урынлаштырырға тырышабыҙ. Ни тиһәң дә, балаға булһынмы, оло кешегәме – ғаиләлә яҡшыраҡ.
– Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр уны ҡабаттан тергеҙә аламы?
– Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ундай хоҡуғы сикләнгән ата-әсәләр суд ҡарары менән хоҡуҡтарын тергеҙергә һәм балаһын кире алырға мөмкин.Төҙәлеү юлына баҫҡандарға беҙ һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ни тиһәң дә, балаға үҙ ғаиләһендә күпкә яҡшыраҡ.
– Һеҙҙең бүлеккә мөрәжәғәт итерҙән алда бындай ғаиләләр менән тағы ла кемдәрҙер эшләйме?
– Әлбиттә, беҙҙең бүлектән алда ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән социаль хеҙмәткәрҙәр, “Ғаилә” үҙәге белгестәре эшләй. Уларҙың иңенә балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, имен булмаған ғаиләләрҙе профилактикалау, инвалидтарҙы реабилитациялау, яңғыҙ кешеләргә мөһим тормош проблемаларын хәл итеү кеүек үтә лә яуаплы эштәр һалынған. Нәҡ уларҙың терәге кешеләргә иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра, яңғыҙлыҡтан аралай һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә көс бирә. Шуға ла беҙҙең бүлектең дә, “Ғаилә” үҙәге белгестәренең дә бурысы бер – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу, һаулыҡ мөмкинселектәре сикле булған граждандарҙы хәстәрләү һәм ҡурсалау.
– Беҙҙең аҙ һанлы район өсөн 41 етем бала күберәк түгелме ул?
– Ҡыҙғанысҡа күрә, күп. Әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барған ғаиләләрҙең артыуы менән бәйле был. Шунлыҡтан балалар, хатта ололар ҡарауһыҙ ҡала.
–Нәйлә Салауат ҡыҙы, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән былтыр нисә бала яңы ғаилә тапты?
– Беҙҙең районда опекун, патронат ғаиләләр байтаҡ ҡына. Былтыр ғына ата-әсә ҡарауынан мәхрүм биш бала ғаиләле булды.
– Баланы опекаға алыу тәртибе, уның ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында бер аҙ һөйләп китһәгеҙ ине.
– Опека (попечителлек) осрағында бала ғаиләгә урынлаштырыла. Опекундар (попечителдәр) бала исеменән эш итә ала, әммә уның мөлкәте менән идара итә алмай.
Нескәлектәре:
- баланы ғаиләгә опека һәм попечителлек органы ҡарары нигеҙендә тапшыралар (ҡарарҙы Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәре ҡабул итә);
- баланың мәнфәғәтендә булмаған осраҡтарҙан тыш, опекундар баланың туғандары менән аралашыуына ҡамасауларға тейеш түгел;
- опекун баланың исемен үҙгәртә алмай;
- ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ундай хоҡуғы сикләнгән ата-әсәләр суд ҡарары менән хоҡуҡтарын тергеҙергә һәм балаһын кире алырға мөмкин;
- опекундар баланы ҡарауға пособие ала, пособие баланы ашатыуға, белем биреүгә һәм дауалауға тотонола;
- опекундар менән ғаиләгә бала алыу хаҡында килешеү төҙөлөргә мөмкин, шунан һуң уларға түләү тәғәйенләнәсәк;
- опека хеҙмәткәрҙәре 18 йәшкәсә баланың йәшәү һәм уны тәрбиәләү шарттарын контролдә тотасаҡ (йылына кәмендә 2 тапҡыр);
- йылына бер тапҡыр тәрбиәләнеүсенең мөлкәтен файҙаланыу тураһында отчет бирергә кәрәк.
Һорауҙарығыҙ булһа республиканың опека һәм попечителлек органдарына мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ, Йылайыр ауылы, Ленин урамы 87 адресы буйынса урынлашҡан опека һәм попечителлек бүлегенә килеп йәки (34752)2-23-91 телефонына шылтыратып белешә алаһығыҙ.
– Ләйсән Мир ҡыҙы, Нәйлә Салауат ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Ғүмер буйлап беҙ бала саҡта алған рухи нигеҙгә таянып атлайбыҙ, сабый саҡта һеңдерелгән ҡиммәттәргә инанабыҙ, шуларҙан сығып, фекер йөрөтәбеҙ, тимәк, йәшәйешебеҙҙең ниндәй буласағын билдәләйбеҙ. Бигерәк тә ҡанаттар ата-әсә ышығында нығына, уларҙың өлгөһөндә сыныға. Ә бына төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡанаттары һынған ҡошто хәтерләтә. Тимәк, тормош тарафынан ҡыйырһытылған был балалар айырым иғтибарға лайыҡ. Ғөмүмән, донъя йөҙөндәге һәр бер бала ата-әсә наҙына, ҡурсалауына һәм яҡлауына мохтаж. Сөнки сит балалар булмай!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас