Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
25 Февраля 2024, 18:49

"Ул моңдар һөйөүселәр йөрәгендә" тип аталды хәтер кисәһе...

Моң, сәхнә, тынғыһыҙ мәҙәни тормош юлынан атлап килгән йондоҙҙоң һүнеүенә әле булһа ла күңел ышанмай.

Үкенескә күрә, йөрәгендә оло моң йөрөткән Ҡөтдөс Хәсәнов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо...

Ә ауылдаштары, сәхнәләш дуҫтары, коллегалары һәм барлыҡ туғандары ла уны профессиональ музыкант, моңло йырсы булараҡ ҡына түгел, ә иң мөһиме яҡшы кеше, изгелекле, тыныс һәм тыйнаҡ холҡо өсөн яратты һәм яратасаҡ. 

Күп йылдар дауамында ауыл клубында эшләгән Ҡөтдөс Хәсәнов райондаштарын, ауылдаштарын моңло тауышы менән арбаны. Бер мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәне. Уның башҡарыуындағы бихисап йырҙары, уның моңло тауышы әле булһа ла халыҡ күңелендә һаҡлана.

24 февраль көнө Йомағужа ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә талант эйәһе Ҡөтдөс Яҡуп улы иҫтәлегенә "Ул моңдар һөйөүселәр йөрәгендә" исемле хәтер кисәһе үткәрелде. Сараны ойошҡанлы итеп үткәреүсе Йомағужа халҡы был юғалтыуҙы ауыр кисерә. Моң, сәхнә, тынғыһыҙ мәҙәни тормош юлынан атлап килгән йондоҙҙоң һүнеүенә әле булһа ла күңел ышанмай, ти мәрхүмде иҫкә алырға килгән барлыҡ дуҫтары, ауылдаштары.

Сарала мәрхүмдең тормошон сағылдырған мәлдәр телгә алынды, яҡындары һәм дуҫтарының сығышында уны иҫкә алып тик йылы һүҙҙәр генә әйтелде.

  

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас