- Имтиханды ябайлаштырыу һәм рөхсәт ителгән хаталар һанын арттырыу.
- Штраф балдары биштән алып етегә тиклем арттырыла.
- Ҡала буйлап йөрөгәндә ике бәләкәй хата ебәрергә мөмкин — мәҫәлән, боролғанда һуңлап сигнал биреү йә моторҙы яңылыш һүндереү.
- Хәҙер имтиханды ҡабул итеүсе ЮХХДИ инспекторы алда түгел, ә артта ултырасаҡ.
- Инспекторҙың имтиханға ҡыҫылырға хоҡуғы булмаясаҡ.
- Имтиханда ҡулланылған автомобиль камера ғына түгел, өҫтәмә педалдәр сигнализаторы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошоға бәйле, автомәктәп инструкторы үҙенең уҡыусыһына ярҙам итә алмаясаҡ.
- Руль артында эскән килеш йөрөгән өсөн хөкөм ителгәндәр, әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалғандар водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙан мәхрүм ителәсәк.
Сығанаҡ: https://vk.com/teleuzak