+21 °С
Болотло
Эш башлағанда уҡыла торған доға:
Һәр эште башлағанда ла Аллаға ниәтләп, таянып, үҙ телең менән һорап башларға кәрәк. Бындай саҡта намаҙҙан, теләктәреңдән һуң ошо доға ярашлы булырға тейеш:
«Хәсбиаллаһү ләә иләәһә илләһү үә ғәләйһи тәүүәккәлтү , үә һүүә раббуң ғаршил ғазыйм»
Мәғәнәһе: «Алла – минең ышанысым. Уның үҙенән башҡа илаһи зат юҡ. Мин Уға тәүәккәлләнем һәм Ул бөйөк булыусы Раббым» (сәхәрҙә һәм аҡшамда ете мәртәбә уҡырға, донъя үә Ахирәткә бәйле бөтә эштәреңдә Алла ярҙам итер).
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.