Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Февраль 2024, 09:08

Ярҙам кәрәк!!!

Асҡарҙы табышыуҙа ярҙам һорайҙар.

Ярҙам кәрәк!!!Ярҙам кәрәк!!!
Ярҙам кәрәк!!!

Бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәләре чаттарында борсоуло хәбәр таралды. Уҡырға тип сығып киткән 10 йәшлек бала гимназияға килеп етмәгән.

"Атай-әсәйҙәр, дуҫтар!
Беҙҙең гимназия уҡыусыһы уҡырға килеп етмәне. 226 маршрутҡа ултырып, "Центральный" туҡталышында төшмәй ҡалған. Ярҙамығыҙ кәрәк.
Муллағәләмов Асҡар Динар улы, 10 йәш, буйы 136. Капюшонһыҙ ҡара куртка, ҡара шапка, ҡара аяҡ кейеме кейгән. Рюкзагы ҡара төҫтә, аҡһыл-һары төҫтәре бар.
Оло ихтирам менән Булат Зинуров". - тип яҙылған унда.

Асҡарҙы күрһәгеҙ, +7 927 329‑16‑30 (әсәһе), +7 965 642-70-21 (уҡытыусыһы), шулай уҡ полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.

Фото: Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-02-26/un-y-shlek-malay-d-resk-kilep-etm-g-n-3657799?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас