Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Февраль 2024, 15:28

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға

Медицина хеҙмәткәрҙәре алдында мутлашыуҙың киң таралған төрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү маҡсаты менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһында Рәсәй эске эштәр Министрлығының Йылайыр районы буйынса идаралығы начальнигы, полиция подполковнигы Рөстәм Рәшит улы Амантаев сығыш яһаны.

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырғаМутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға
Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға

Ул әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙең номерҙарҙы алмаштырыу технологияһын ҡулланыу осраҡтары күбәйеүе тураһында һөйләне.


Шулай уҡ, һуңғы осорҙа мутлашыусылар "тоҙағына" эләккән кешеләр араһында күпселеге медицина хеҙмәткәрҙәре булыуы хаҡында иҫкәртеп үтте, Рөстәм Рәшит улы.
Район дауаханаһы баш табибы Данис Далха улы Галин билдәләүенсә бының өсөн енәйәтселәр медицина учреждениеларының баш табиптарының мессенджерҙарҙағы ялған аккаунттарын ҡуллана.


Шулай уҡ Данис Далхович шикле шылтыратыуҙарға ышанырға ярамайлығы тураһында, сит кешегә банк карталары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ башҡа конфиденциаль мәғлүмәтте еткерергә ярамайлығы хаҡында бәйән итте.
Осрашыу медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды.

Фотолар Д.Д.Галиндың социаль селтәрҙәге битләүенән алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас