Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары юғары уҡыу йортона айырым квота буйынса уҡырға инә ала – квота һәр йүнәлеш буйынса бюджет урындарының дөйөм күләменең 10 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин 2024 йылдың 20 февралендә БЮТ телеканалында үткән «Ҡабул итеү кампанияһы – 2024» брифингында ошо хаҡта белдерҙе.
Түбәндә һанап үтелгәндәр ташлама ярҙамында юғары уҡыу йортона имтихандарһыҙ (ижади һәм һөнәри йүнәлештәге өҫтәмә һынауҙарҙан тыш) уҡырға инергә мөмкин:
Рәсәй Федерацияһы геройҙары һәм уларҙың балалары;
өс Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән кешеләр һәм уларҙың балалары;
ата-әсәһе махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙың йәки имгәнгәндәрҙең (яраланған, йәрәхәт йә контузия алған), сирләгәндәрҙең балалары.
Эфирҙың тулы яҙмаһын ошонда ҡарағыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан