Ағиҙел ҡалаһында махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә яңы ярҙам сараһын раҫланылар, яугирҙәргә ер участкаһы һатып алыу өсөн сығымдарҙы ҡаплайҙар.
Был программала 2023 йылдың 1 декабренән һуң Нефтекама, Ағиҙел һәм Краснокама районы хәрби комиссариаттары менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала. Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә теркәлгән булыу шарт. Улар һәләк булған осраҡта иһә ярҙам сараһы менән ғаилә ағзалары файҙаланырға хоҡуҡлы.
«Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре территорияларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларына ихтыяжы ҙур. Беҙ ҡала ситендә ер участкаһы һатып алыуға сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға әҙербеҙ», – тине хакимиәт башлығы Денис Ирназаров.