Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 12:25

Мәҡсүт ауылының арҙаҡлы шәхестәренең береһе

Йылайыр районының Крепостной Йылайыр йылғаһының һул яғында, ҡаялы тауҙар араһында ултырған ҙур булмаған Мәҡсүт ауылынан байтаҡ билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында иҡтисад фәндәре докторы Шәһит Бикбулатов, ғүмере иртә өҙөлгән, әммә үҙенең ғилемлелеген танытып өлгөргән филология фәндәре кандидаты Зәбихулла Исҡужин, танылған йырсылар: халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов менән атҡаҙанған артист Гөлсөм Бикбулатова, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Шәйехзада Исҡужин, РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлйемеш Ильясова, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Гөлнур Рәхимова, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Әхтәм Бикбулатов та һ.б. юғары белемле төрлө һөнәр эйәләре лә сыҡҡан ошо ауылда милләтебеҙ ғорурлығы булған бөйөк әҙип Мостай Кәримдең ике тапҡыр булып, халыҡ менән аралашып китеүе лә ауылдың мәртәбәһен күпкә арттыралыр...

Артабан һүҙ ауылдың тағы бер ғорурлығы булған арҙаҡлы шәхесе Ильяс Такалов тураһында тулыраҡ.
Ильяс Исмәғил улы Такалов 1954 йылдың 3 мартында ошо Мәҡсүт ауылында донъяға килә.Туғыҙ балалы ишле ғаиләлә икенсе бала булып буй еткерә. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте гел бишле билдәләренә генә тамамлағас (улар бишәү була, киләсәктә шуларҙың өсәүһе атҡаҙанған исеменә лайыҡ буласаҡ) Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, 1971 йылда тыуған Йылайыр районы редакцияһында фотохәбәрсе булып эш башлай. Бер нисә йылдан һәләтле егет хәбәрсе, һуңынан бүлек мөдире, 25 йәштә мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. Фотолары менән танылыу тапҡан егеттең оҙаҡламай мәҡәләләре иғтибарҙы йәлеп итә башлай. Гәзиткә булған элекке үпкә һүҙҙәре лә кәмей төшә. Такалов та 1980 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын уңышлы тамамлай. Тырышып эшләп йөрөгән гәзитсене район етәкселеге уҡырға ебәрергә ҡарар итә һәм Ильяс Исмәғил улы 1986-1988 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында юғары партия мәктәбендә уҡый һәм баш мөхәррир итеп ебәрелә һәм ике йыл был районда өс телдә сыҡҡан гәзитте етәкләй.
Ике йылдан КПСС-тың Йылайыр район комитеты-контроль-ревизия комиссияһы рәйесе итеп күсерелә, һуңынан район Совет башҡарма комитетының мәҙәниәт, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлектәрен етәкләй. Нәҡ шул осорҙа районда төрлө мәҙәни саралар йышая, ауылдарҙа мәҙәни усаҡтарының эше йәнләнә төшә.
Ниһайәт, 1994 йылда район хакимиәтен тәүге йыл етәкләгән Ю.С.Вәлиев Ильяс Исмәғил улын район гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләй. Яңы мөхәррир гәзиттең сифатын яҡшыртыуға, тиражын арттырыуға күп көс һала. Ошо юҫыҡта төрлө конкурстар, ауыл халҡы менән осрашыуҙар, хәбәрселәрҙе бергә йыйып йомғаҡ яһауҙар, һәр биш йыл һайын гәзиттең беренсе мөхәррире А.Фурановтың юбилейын үткәреүҙәр даими үтә.
Район гәзите тарихында иң оҙаҡ эшләгән мөхәррир булараҡ И.И.Такалов 2014 йылда хаҡлы ялға сыға. Районды ла, халҡын да яҡшы белгән гәзит аҡһаҡалына, әлбиттә, тик ятыу эләкмәй. Аҙна һайын тигәндәй мәҡәләләре баҫыла, районға килгән яҙыусылар, журналистар иң тәүҙә уны күрә, йәмәғәт эштәре, ейән-ейәнсәрҙәре...
И.И.Такалов 1976 йылдан СССР, Рәсәй, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, 30 йыл район журналистарының беренсел ойошмаһы рәйесе. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде, тиҫтәләрсә Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, бер нисә республика баҫмалары конкурсы лауреаты. Исеме Мәскәүҙә сыҡҡан “Журналисты России XX-XXI век” исемле энциклопедияға индерелгән.
Ильяс Исмәғил улы район, республиканың йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлана, 20 йыл район башҡорттары ҡоролтайын етәкләй, Түңгәүер ырыуы башҡорттарының ҡор башы вазифаһын башҡара, II, IIIБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнә.
И.И.Такалов өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ул 1975 йылдаБаймаҡ ҡалаһы гүзәле Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙына өйләнә, бөгөн 3 улға, 10 ейән-ейәнсәргә хөрмәтле атай һәм һөйөклө ҡартатай. Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы 40 йыл район дауаханаһында намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 2021 йылда Такаловтар ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” исемле йәмәғәт миҙалы һәм дипломы менән бүләкләнде. Юбилейың ҡотло булһын, аҡһаҡал!
Фәрит РӘМОВ,
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы.

Ильяс Исмәғил улы менән Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙының өс улы һәм өс килене юғары белемле белгестәр. Өлкән улдары Илфат, юрист һөнәрен үҙләштереп, районда банк өлкәһендә эшләй, Айгөл киленедәре – ЗАГС белгесе, уртансы улдары Самат бокс буйынса, билдәле тренер, Оксана килендәре – энергетик, кесе улдары Илгиз Айгөл килен менән Өфө районы Шамонин ауылында йәшәйҙәр һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнәләр. Оло Такаловтар 10 ейән-ейәнсәргә ҡартатай һәм ҡәртәсәй. Өлкән ейәндәре Алмас университет тамамлап, ғаилә ҡороп, Өфөлә төпләнде. Өс ейән-ейәнсәрҙәре – игеҙәктәр Айгиз менән Нургиз, Рената- юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар, ҡалғандары мәктәптә белем алалар.
И.И.Такалов Мәҡсүт ауылының почетлы гражданы. Ул тыуған ауылы өсөн күп изге эштәр башҡара. Мәҫәлән, Ильяс Исмәғил улы ауылдаштар йыйыны, шәжәрә байрамдары, өмәләр үткәреү кеүек сараларҙы ойоштороусы ла, ауылда мәсетте тергеҙеү, күренекле шәхес, ауылдашы Зәбихулла Исҡужиндең исемен мәңгелләштереү ғәмәлен башлаусы ла. Район Советы депутаты булған осорҙа ул тыуған ауылында юл төҙөү, тәбиғи газ үткәреү, телефон бәйләнешен булдырыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн күп көс һалды. Ильяс Исмәғил улы, журналист булараҡ, арҙаҡлы ауылдаштары тураһында мәҡәләләр яҙырға ла ваҡыт таба.
Атайҙары Исмәғил ҡарттың вариҫтарын бергә туплап, уның иҫтәлегенә Мәҡсүттә Йылайыр йылғаһы ярында, ял йортон төҙөп бөтөүҙе лә тынғыһыҙ ир-уҙаман үҙенең күңел, намыҫ ҡушыуы, изге бурысы итеп ҡабул итеп алған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас