Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Март 2024, 06:25

...Ярай әле ауыл осона тиклем этергә тура килмәне. Телде арҡыры тешләтер ине

Ай-һай шул ваҡытта мине тиктәҫкә ултыртып алып йөрөмәгәндер ул. Белгән ул әлеге ИЖ-дың шулай “кәзәләнеп” ала торған холҡо булыуын...

...Ярай әле ауыл осона тиклем этергә тура килмәне. Телде арҡыры тешләтер ине...Ярай әле ауыл осона тиклем этергә тура килмәне. Телде арҡыры тешләтер ине
...Ярай әле ауыл осона тиклем этергә тура килмәне. Телде арҡыры тешләтер ине

Мин эшләй башлаған осорҙа редакцияның мотоциклы бар ине. ИЖ-Планетамы, Юпитермы – уныһы мөһим түгел. Яңы сағында хәбәрселәр өсөн бик уңай булғандыр инде ул – бигерәк тә ҡыҙыу эштәр осоронда. Оперативлыҡ йәһәтенән. Мин тәү күргәндә ул мотоцикл ныҡ ҡына туҙған ине инде. Шулай ҙа борор ерен борғослап, өрөр ерен өргөсләп, таҙалар ерен таҙалаштырып, майлаштырып ебәрһәң – йөрөргә эшкинә ине әле.

Шулай бер көндө Ильяс менән (“Исмәғилович” тип өндәшә башларға бер нисә йыл бар әле уға) шул мотоциклды атланып, ул саҡтағы “Башҡорт” совхозының Ҡыпсаҡ бүлексәһенә, йәғни Йомағужа ауылына командировкаға сығып киттек. Иртә менән. Бүлексә контораһында управляющий, тағы кемдәр менәндер һөйләшеп, блокноттарыбыҙға нимәләрҙер яҙып алғас, ҡайтырға сыҡтыҡ (тағы ла ҡайҙалыр барырға тейеш инек шикелле – онотҡанмын). Тик... матайыбыҙ тоҡанманы ла ҡуйҙы. Байтаҡ ҡына этләнгәндән һуң, этеп тоҡандырырға булдыҡ.

“Булдыҡ” тигәс тә, мин эткем килеп тормай инем, әлбиттә. Контора һөҙәк урында ултыра. Мотоциклды шул һөҙәктән түбәнгә ҡарай эйелдереп кенә тоҡандырһа була бит инде. Юҡ, Ильяс үҙе ултырып алды ла, давай эт, тине. Ни эшләмәк, бөтә контор халҡы ҡарап торғанда этеп алып киттем матайҙы. Хәйер, белеп тә эттергәндер инде, сөнки түбәнгә ҡарай этеп барғанда ла тыҡрыҡҡа етеүгә саҡ тоҡанып китте матайыбыҙ. Ҡара тир сығыуға сыҡманы, әммә тышылдатты инде былай (ул матай арҡаһында ҡара тиргә батасаҡмын әле). Ярай әле ауыл осона тиклем этергә тура килмәне. Телде арҡыры тешләтер ине. Ҡайтҡанда бүтәнсә ыҙалатманы матайыбыҙ.

Ошо юлдарҙы яҙҙым да, ҡапыл күңелемдә шик тыуҙы: ай-һай шул ваҡытта Ильяс мине тиктәҫкә ултыртып алып йөрөмәгәндер ул. Белгән ул әлеге ИЖ-дың шулай “кәзәләнеп” ала торған холҡо булыуын. Үәт мине запас двигатель урынына алып йөрөгәндер ҙә инде. Ысын тип уйлап ҡуймағыҙ тағы.

Шул уҡ йылды булдымы, әллә икенсе йылынамы – ни булһа ла икенсе юлы Ильяс мине әлеге лә баяғы мотоцикл ишараты менән аэропортҡа алып китте (баш ҡалаға осорға тейешмен). Самолет менән осорға булғас, Өфөгә бик ашығыс кәрәк булғандыр инде барырға. Беҙ аэропортҡа яҡынлашыуға самолет тауышы ла ишетелде. Өлгөрәбеҙ! Тик... аэропортҡа етеп барған ерҙәге үҙәккә төшә генә башлағайныҡ, матайыбыҙ... һүнде лә ҡуйҙы. Уны тоҡандырып маташыу ҡайҙа! “Йүгер тиҙерәк!” – тине лә Ильяс, үҙе минән алда йүгереп китте. Аэропорт яланына еткәс, ҡулдарын болғай-болғай, ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерә был. Аҙаҡ ҡына белдем, самолет аэропортта бер нисә минут ҡына тора икән. Һуңлағандарҙы көтөп тормай (мин билетты алдан алып ҡуйған инем). Бына шулай, матай юлда ятып ҡалһа ла Ильястың шәп йүгереүе арҡаһында самолетҡа өлгөрөп (бая әйткәнемсә, ҡара тиргә батып булһа ла), Өфөгә ваҡытында барып еттем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең мотоцикл этеп йөрөгәнде фотоға төшөрөп алыусы булманы. Берәй заман кәрәк булырын белһәм, ҡыпсаҡтарҙың береһенә фотоаппаратты биреп торор инем, төшөр әле, тип.

Фәрит ағай Мортаевтың сәхифәһенән алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас