Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Март 2024, 08:27

Хаҡтарҙың артыуы кәмене

Был нимәгә бәйле?

Хаҡтарҙың артыуы кәменеХаҡтарҙың артыуы кәмене
Хаҡтарҙың артыуы кәмене

Ғинуарҙа республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы әкренәйҙе.

Был аҙыҡ-түлекте төрләндереүгә һәм ихтыяждың тотороҡланыуына бәйле.

2024 йылдың 1 ғинуарынан таможня пошлиналары бөтөрөлгәндән һуң баҙарҙа йомортҡа һәм ҡош ите күбәйҙе. Республиканың малсылыҡ хужалыҡтарында етештереүҙе арттырыу иҫәбенә сусҡа ите артты, ә теплица помидорҙары уңышы тотош илдә яҡшырҙы.

Һөҙөмтәлә Башҡортостанда йыллыҡ инфляция уҙған йылдың декабрендәге 6,9 проценттан 7,1 процентҡа тиклем күтәрелде. Был һан элеккесә Волга буйы федераль округына (7,23 %) һәм тотош Рәсәйгә (7,44%) ҡарағанда түбәнерәк.

Төбәк инфляцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй Банкы сайтындағы мәғлүмәт-аналитика материалында танышығыҙ: vk.cc/cv8LnJ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас