Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Март 2024, 09:32

Мин балама бәхет теләнем!

.

Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Аптырама, ниңә балама, тип:
Һәр береһенә - айырым теләгем.

Үҙ бәхете булһын һәр береһенә -
Үҙ бәхете менән тыуғандыр.
Әсә өсөн бала бәхетенән
Ҙурыраҡ нәмә булмай торғандыр.

Йыраҡ юлға сыҡһа, иҫән ҡайтһын -
Әсә өсөн шуныһы ҡыуаныс.
Һөйөндөрөп беҙҙе йәшәһендәр,
Ҡартлыҡ көнгә булып йыуаныс.

Аяҡтары менән йөрөһөн ерҙән,
Күҙҙәре тик күрһен матурлыҡ.
Яңылыш юлдан бер үк китә күрмә,
Эшлә, балам, бары яҡшылыҡ.

Ҡулдар ҡосһон ғәзиз сабыйҡайын,
Йәне менән һөйһөн һөйгәнен.
Ишетергә яҙһын йомшаҡ итеп:
"Һағынып ҡайттым, әсәй", - тигәнен.

Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Йә Раббым, бер Һиңә табынамын,
Ҡабул итсе әсә теләген!

Авторы: Гөлнара Әхмәтшина.
Сығанаҡ: https://vk.com/gumer_ber?w=wall-148767434_52363 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас