Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Март 2024, 15:38

Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә

Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итте.

Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирәПрезидент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә
Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә

15 марттан 17-һенә тиклем илдә Рәсәй Президентын һайлауҙа «ИнформУИК» хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап биргән республика халҡының 93% тауыш бирергә йыйына. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, уларҙың 111 меңдән ашыуы гражданлыҡ бурысын өйҙә үтәргә теләк белдергән.

Спикер мәғлүмәттәре буйынса, 17 февралдән 6 мартҡа тиклем республикала һайлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре йорттарҙың 97% йөрөп сыҡҡан, 76% ашыуында һайлауға бәйле әңгәмәләр үткәрелгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан яугирҙәренең ҡайҙа тауыш биреүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-11/na-prezidentskih-vyborah-progolosuyut-93-zhiteley-bashkirii-3675877 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас