+24 °С
Ямғыр
Был аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн өйҙә белем алыу ҡаралмаған
Уҡытыуҙа ҙур үҙгәрештәр булмай. Был турала Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Ҡайһы бер һайлау участкалары мәктәптәрҙә урынлашҡан. Ошо сәбәпле, был йома айырым кластар өсөн дәрестәр теҙмәһе үҙгәрәсәк. Илдә президент һайлана. Тауыш биреү 15, 16 һәм 17 мартта ойошторола. Башҡортостанда 2019 йылдан мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсерелде.