Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Март 2024, 12:45

Яҙҙар матур гүзәл заттар байрамы менән!

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында байрам сараһы уҙғарылды. Гүзәл заттарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм күптәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Йыл һайын был байрамға республиканың төрлө райондарынан, ҡалаларынан иң әүҙем, йәмәғәт эшен ғаилә бурыстары менән уңышлы берләштергән ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең әсәйҙәре һәм ҡатындары саҡырылған ине.

Был сағыу байрам сараһында беҙҙең районды әүҙем йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙар булып танылған күп балалы әсәләр – Йылайыр ауылынан Әлфирә Әбүбәкирова менән Айгөл Аҡҡужина, Дмитриевка ауылынан Анжелика Багдюк танытты.
– Байрамға баш ҡалаға саҡырыу алғас, бик һөйөндөк. Беҙҙе “Торатау”ҙа гөлләмәләр менән матур итеп ҡаршы алдылар. Фотозоналарҙа иҫтәлеккә фото төшөргә саҡырҙылар. Артабан бай йөкмәткеле концерт ҡарап кинәндек. Бик күп билдәле шәхестәр, танылған әртистәр менән аралашыу бәхете тейҙе. Беҙгә ауыр саҡта ял мөмкинселеге бүләк иткәне өсөн район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙе алыҫ юлда йөрөткән район мәғариф бүлеге водителенә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште яугир ҡатыны Әлфирә Рәжәп ҡыҙы.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө хөрмәтенә мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәтселәр берекмәләре һөйкөмлө ҡатындарҙы байрам менән ҡотланы. Был байрамдың яҙғы наҙы йөрәктәрҙе һәм күңелдәрҙе йылытһын, борсолоуҙарҙан һаҡлаһын!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас