Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 10:30

Кемдәр саҙаҡа бирергә тейеш? Аҡса менән бирергә яраймы?

Кемгә, ҡайҙа бирелә? Кемдәргә бирелмәй?..

Кемдәр саҙаҡа бирергә тейеш? Аҡса менән бирергә яраймы?
Кемдәр саҙаҡа бирергә тейеш? Аҡса менән бирергә яраймы?

Был хәҙистәрҙән аңлашылыуынса:

1. Фитыр саҙаҡаһының күләме өйҙәге кеше һанынан сығарыла. Был һанға балалар ҙа, ололар ҙа керә. Мәҫәлән, әгәр өйҙә ир менән ҡатын булып, уларҙың өс сабыйы бар икән, ир кеше биш кеше иҫәбенән – сабыйҙары ураҙа тотмаһа ла – фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш.

2. Фитыр саҙаҡаһы асылда ризыҡ менән бирелә. Ҡайҙа ниндәй ризыҡ ҡулланылыш тапҡан һәм фитыр саҙаҡаһы биреүсенең нимә менән бирергә ҡулынан килә, шуны бирә (беҙҙә, мәҫәлән, йышыраҡ дөгө, ҡарабойҙай, картуф, борсаҡ, он, макарондар, финик, йөҙөм һәм шуның кеүек башҡа нәмәләр менән бирәләр). Бик теләгәндә ит менән дә бирергә була. Әммә тиҙ боҙолоусан һәм һаҡлауы ҡыйын булған ризыҡтар бирергә кәңәш ителмәй (мәҫәлән, өс килограмм икмәк бирһәң, ул иҫкерәсәк). Шулай уҡ, шәкәр, тоҙ кеүек әйберҙәр ҙә бирелмәй, сөнки улар төп ризыҡ булып түгел, ә тәмләткестәр булараҡ киләләр.

Һәм Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡөрьәндә: «Үҙегеҙ яратҡан нәмәнән сарыф итмәйенсә тороп, изгелеккә ирешә алмаҫһығыҙ. Һәм һеҙ нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, Аллаһ ул турала белә», — тигән («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:92).

Кемдәр фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш?
Һәр мосолман үҙе өсөн һәм үҙ ҡарамағындағы кешеләр өсөн мотлаҡ фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Мәҫәлән, ир кеше үҙе өсөн һәм үҙенең ғаилә ағзалары өсөн түләй. Хатта кемдер берәй сәбәп менән ураҙа тотмаһа ла (мәҫәлән, ҡарт йә ауырыу булһа), уға ла барыбер фитыр саҙаҡаһы биреү тейешле. Әгәр кемдер бүтән кеше өсөн саҙаҡа бирергә уйлаһа, ул был турала ул кешегә мотлаҡ белгертергә һәм уның рөхсәте менән бирергә тейеш. Сөнки был – ғибәҙәт, ә ғибәҙәт өсөн ниәт мөһим (йәғни, ул кешенең саҙаҡа бирергә ниәте булмаған булһа, уның өсөн бирелгән саҙаҡаның файҙаһы булмаясаҡ).

Әгәр ҙә кемдеңдер фитыр саҙаҡаһы бирергә мөмкинселеге юҡ икән, тимәк, уға был фарыз булмай, һәм ул был саҙаҡа өсөн ҡайҙандыр бурысҡа аҡса йә ризыҡ алырға тейеш түгел. «Аллаһ йәнгә мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне йөкләмәй», — тиелгән Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:286).

Фитыр саҙаҡаһын аҡса менән бирергә яраймы?
Күп ғалимдар саҙаҡаны фәҡәт ризыҡ менән бирергә ҡуша. Ҡайһы берҙәре, шулай уҡ беҙҙең мәҙһәб ғалимдары, аҡсалата биреүҙе лә рөхсәт итә. Тик аҡсаны ниндәй күләмдә бирергә? Быны һәр кеше үҙе хәл итә. Әгәр ул, мәҫәлән, арпа хисабынан сығара икән, арпаның миҡдары Мәҙинә сағы менән 2,4 килограмм, Бағдад сағы менән – 3,6 килограмм. Йәғни, шулай итеп, уртаса өс килограмм арпа хаҡы хисабынан бирергә кәрәк, килеп сыға. Шулай уҡ башҡа ризыҡтарҙың да хаҡын өс килограмм иҫәбенән бирергә була. Әммә аҡса ниәте менән бирергә түгел, ә ниндәй ҙә булһа ризыҡ хисабынан ниәт итеп бирергә кәрәк.

Кемгә, ҡайҙа бирелә?
Фитыр саҙаҡаһы башҡа зәкәт малдары иҫәбенә инеп, мохтаж кешеләргә бирелә. Күптәр, мәсет файҙаһына тип, мәсеткә бирә. Был дөрөҫ түгел. Биргән саҙаҡағыҙ фитыр саҙаҡаһы булмай, уны ҡайтанан бирергә кәрәк буласаҡ. Сөнки Раббыбыҙ фитыр саҙаҡаһын кешеләр бер-береһен шатландырһын, байрам хасил булһын һәм ураҙабыҙҙа булған кәмселектәр юҡҡа сыҡһын өсөн фарыз иткән. Уйлап ҡарайыҡ әле, ниңә фитыр саҙаҡаһы миҡдарына кеше ашатыу ҡуйылған? Раббыбыҙҙың, биргән ризыҡтарҙы, саҙаҡаларҙы кешеләр үҙ ғаиләләренә алып ҡайтып, урамда, мәсеттәрҙә генә түгел, ә һәр бер йортта байрам булһын, тиеүе түгелме? Кем мәсеткә саҙаҡа бирергә теләһә, уны фитыр саҙаҡаһы итеп түгел, ә ябай саҙаҡа итеп бирһен, фитыр саҙаҡаһының урыны башҡа.

Фитыр саҙаҡаһы фәҡәт мохтаж булған кешеләргә таратылырға тейеш. Әгәр шул уҡ мәсет мохтаждарға таратыуҙы үҙ өҫтөнә алып башҡарһа, ул саҡта мәсеткә бирергә ярай. Әгәр ҙә инде мәсет үҙ кәрәк-яраҡтарына йәки мәсет төҙөүгә тотһа, ярамай, һәм был саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы булып бармай.

Фитыр саҙаҡаһын белгән кешеңә (күршеңә, туғаныңа, ауылдашыңа һәм башҡа шундайҙарға) бирергә тырышырға кәрәк. Йәғни, уның ысынлап та мохтаж икәнлеген белеп, уның был саҙаҡа ризығын матур итеп тотонасағына ышанып. Юҡһа, мәҫәлән, эскесе ғаиләләр ул ризыҡты шул көндә үк һатып эсеп бөтөүҙәре мөмкин, Аллаһ һаҡлаһын. Әммә һәр осраҡтың үҙ үҙенсәлектәре, шуға кемгә саҙаҡа биргәнен һәр кем үҙе ҡараһын.

Саҙаҡаны, артыҡ мохтажлыҡ кисермәһә лә, әммә зәкәт түләй алғандай малы булмаған кешегә лә бирергә була, улай ҙа дөрөҫ.

Кемдәргә бирелмәй?
Фитыр саҙаҡаһы кафырҙарға бирелмәй. Был – күпселек ғалимдарҙың уртаҡ фекере, әммә Әбү Хәнифә мәҙһәбендә был өлкәлә йомшаҡлыҡтар бар.

Шулай уҡ, кеше кемдәрҙе былай ҙа ҡарарға тейеш, уларға фитыр саҙаҡаһы бирмәй (мәҫәлән, ир кеше үҙенең ҡатынына, балаларына, ата-әсәһенә фитыр саҙаҡаһы таратмай, сөнки ул уларҙы былай ҙа ашатып-кейендереп торорға тейеш, был уның бурысы). Был иҫәпкә ейән-ейәнсәрҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә инә. Әммә ҡатын кеше үҙенең иренә фитыр саҙаҡаһы бирә ала (әгәр байлығы булһа), сөнки ул асылда уны аҫрарға тейеш түгел, уның ундай бурысы юҡ.

Шулай уҡ, фитыр саҙаҡаһы байҙарға, көслө, хәлле кешеләргә лә бирелмәй. Быны Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ҡәтғи тыйған (Әбү Дауыт, Тирмиҙи, Әл-Хәким йыйынтыҡтарынан, сәхих хәҙис).

Ҡасан бирергә?
Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Байрам намаҙына барғанда тейешле кешенең өйөнә ҡалдырып китһәң, был иң яҡшы, иң матур ваҡыт. Байрам намаҙынан һуң бирелгән саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы булып иҫәпләнмәй, ә ябай саҙаҡа ғына була. Ғалимдарҙың фекеренсә, кем үҙ мәлендә фитыр саҙаҡаһын бирмәгән, ул – гонаһ ҡылыусы. Уғы Аллаһ алдында тәүбә итергә һәм һуңлап булһа ла мохтаждарға тейешле күләмдәге ризыҡты алып барып биреп ҡуйырға тейеш. Кем онотҡан, уның өҫтөнән дә барыбер был бурыс төшмәй, ул да һуңлап булһа ла саҙаҡаһын тейешле кешеләргә илтеп тапшырһын.

Нисек бирергә?
Фитыр саҙаҡаһын берәй туғаныңа, яҡындарыңа «бүләк» , «күстәнәс» тип әйтеп бирһәң дә була. Сөнки «хәйер», «саҙаҡа» тиһәң, ҡайһы бер кеше ҡыйынһына, тартына башлаусан. Әгәр, мәҫәлән, ике-өс килограмм печенье, кәнфит алып инһәң, был бер кешенең фитыр саҙаҡаһы күләме була. Шулай уҡ, фитыр саҙаҡаһын йәшереп тә бирергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡапҡаға, ишеккә, эт-бесәй тейә алмаҫлыҡ урынға элеп китергә була. Бының үҙ хикмәттәре бар. Беренсенән, йәшереп биргән саҙаҡаның әжер-сауабы ҙурыраҡ. Икенсенән, әгәр кешегә йәшереп кенә саҙаҡа ҡалдырһалар, ул «шул түгелме икән, был түгелме икән» тип бар таныш-белештәрен барлап, уйлап сыға. Был иһә кешеләрҙең араһын яҡынайта.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: