Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 11:33

Өлгөлө лә, рухлы ла, татыу ҙа

Бөгөнгө яҙмабыҙ сағыу тормош алып барған, бар яҡлап та өлгө булған матур ғаилә тураһында булыр. Был күркәм ғаиләнән ниндәйҙер бер аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, нур бөркөлә һымаҡ... Эйе, һоҡландырырлыҡ итеп донъя ҡорған, балаларға тормош бүләк иткән һөйкөмлө пар ул – Дилара һәм Вадим Асаиновтар.

Өлгөлө лә, рухлы ла, татыу ҙа
Өлгөлө лә, рухлы ла, татыу ҙа

Татыу ғаилә – ил терәге, тигән боронғолар. Ысынлап та, улар татыу булһа, сабыйҙар ҙа бәхетле бит. Республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалаларында өлгө алырлыҡ ата-әсәләр бик күп. Уларҙы күреп күңел һөйөнә. Улар – илдең терәге лә, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә. Ғөмүмән, өлгөлө, татыу ғаиләләр –илебеҙҙең ныҡлы нигеҙе.
Бөгөнгө яҙмабыҙ сағыу тормош алып барған, бар яҡлап та өлгө булған матур ғаилә тураһында булыр. Был күркәм ғаиләнән ниндәйҙер бер аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, нур бөркөлә һымаҡ...
Эйе, һоҡландырырлыҡ итеп донъя ҡорған, балаларға тормош бүләк иткән һөйкөмлө пар ул – Дилара һәм Вадим Асаиновтар.
Уңған хужабикә Өфө ҡалаһында тыуып үҫһә лә, тамырҙары Йылайыр районының Һабыр ауылына килеп тоташа. Атаһы шул ауылда тыуып үҫкән дә инде, әсәһе Шишмә районы Һайран ауылынан. Бала сағы тик бәхетле мәлдәр менән үткән Дилара бик тырыш һәм итәғәтле ҡыҙ булып буй еткерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң УКТиДО тип исемләнгән уҡыу йортонда бухгалтерға уҡый, һуңынан инде Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында экономист һөнәрен үҙләштерә. Әле ул дәүләт ойошмаһында уңышлы эшләп йөрөй.
Вадим – Һабыр ауылы егете. Мәйсәрә һәм Вәлитдин Асаиновтарҙың ике ҡыҙҙары араһында үҫкән бер бөртөк малай ул. Мәктәпте тамамлағас та һалдат бурысын үтәргә юллана. Ярты йыл “әрме һурпаһы”н эскән егет артабанғы хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә.
Дилараның бала сағы Һабыр ауылында үтә, бына шул мәлдәрҙә буласаҡ тормош иптәше менән танышып, дуҫлашып китә лә инде улар. Мөхәббәт утында янған ике йәш йөрәкте әрме йылдары бер ни тиклем айырып торһа ла, ҡыҙ егетен көтөп ала һәм 2008 йылда улар сәстәрен-сәскә бәйләй.
Өйләнешкәндән һуң ғаилә башлығы күп йылдар дауамында полиция хеҙмәткәре була, һуңынан контракт буйынса эшләй, ә бөгөн ул хаҡлы ялдағы хәрби. Эшендә дисциплиналы, намыҫлы хеҙмәткәр булған Вадим өйҙә ышаныслы тормош иптәше һәм хәстәрлекле атай.
Бынан 15 йыл ашыу элек ғаилә ҡорған Асаиновтар бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында матур итеп донъя көтә. Гөрләтеп йәшәү өсөн уларҙың дәрте лә, дарманы ла бар, тиһәк бер ҙә арттырыу булмай. 

Асаиновтар тураһында тулы мәҡәләне "Ауыл уттары" гәзитенең 13-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: