+24 °С
Ямғыр
Йомағужа ауылында йәшәүсе, һеҙ фотола күргән бер төркөм апайҙарға Хоҙай тәғәлә һаулыҡ насип итһен. Аллаһ Раббыбыҙ уларҙан риза булһын – һәр дини сара алдынан улар мәсеттә таҙалыҡ булдыра. Ғөмүмән әйткәндә өмәләр үткәреп торалар. Шулай уҡ дини мәжлестәрҙә лә һәм мәсеткә кәрәк-яраҡ алыуға ҡағылышлы финанс ярҙамы йыйыуҙа ла уларҙың өлөшө бик ҙур. Ошо апайҙарға һаулыҡ, аяҡ-ҡулдарының һыҙлауһыҙ булыуын теләйбеҙ!