Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Апрель 2024, 10:26

Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн бер нисә кәңәш:

Ураҙа тотҡан ваҡытта көн торошон белеү мөһим. Әгәр көн һыуыҡ торһа, былау кеүек туҡлыҡлыраҡ аҙыҡ ашап, һыуҙы әҙерәк эсергә була. Дауамын сайтта уҡығыҙ: 

Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн бер нисә кәңәш:Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн бер нисә кәңәш:
Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн бер нисә кәңәш:

Сөнки көндөҙ йылыныу өсөн кешегә туҡ булыу яҡшыраҡ. Ныҡ тирләтмәгәс, һыу, сәй һәм башҡа эсемлектәр ул тиклем кәрәкмәй. Ә көн, киреһенсә, эҫе торһа, ашты шыйығыраҡ итеп, күберәк ашағыҙ. Ләкин үтә күп эсеү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки кеше тирләп, тағы ла нығыраҡ һыуһай. Беҙҙең яҡта ураҙа йәй һәм яҙ миҙгелдәренә тура килгәндә күптәр сәхәрҙән һуң йоҡларға ята. Ошо мәлдә һаҡ булығыҙ: әгәр ҡояш нурҙары төшкән йылы урында йә үтә ҡалын юрған аҫтында оҙаҡ йоҡлаһағыҙ, һыуһап килеп торасаҡһығыҙ. Ә кискә тиклем тағы әллә нисәмә сәғәт түҙергә кәрәк! Шуға йоҡлағанда тирләмәҫкә тырышығыҙ.Ҡайһы бер ризыҡтар ныҡ һыуһата (балыҡ (етмәһә, тоҙло булһа), ҡәһүә, шәрбәтле тәм-том, ныҡ майлы аҙыҡтар). Ураҙа ваҡытында бының кеүек ризыҡтарҙы ифтарҙа ашаһағыҙ ҙа, сәхәр ваҡытында уларҙан тыйылып тороғоҙ.

Ураҙа тотҡан ваҡытта бик мөһим нәмә – кешенең ураҙа тотоуға ныҡлап ниәтләүе мөһим. Әгәр ул үҙен йәлләүсән булып: «Аһ, ҡасан ғына ашайым инде? Ҡасан эсергә була инде?» – тип уйланып йөрөһә, ураҙа бик ауыр тойоласаҡ. Әгәр инде: «Был ғына нимә ул. Ҡайһы бер кешеләр дауаланам, тип кенә лә 24 сәғәт буйы ашамай. Мин дә түҙермен әле», – тип үҙен дәртләндерә белһә, уның тәне лә ошо “бойороҡтар”ға итәғәт итә башлай.

Ураҙаны ҡыйынлаштырған тағы бер насар ғәҙәт – ифтар ваҡытын көтөп, эшһеҙ “ыҙалап” ултырыу йә ятыу. Киреһенсә: «Ураҙа бөтөүгә ике сәғәт кенә ҡалды, ошо нәмәне эшләп өлгөрһәм ине», – тип ең һыҙғанып, ниндәйҙер оло ғына эште башлап ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, күрше ауылға эш буйынса барып ҡайтыу, утын ярыу һәм башҡаһы. Шулай итеп, ниндәйҙер эш менән булышып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас