Ойоштороусылар «Рәхмәт-2024» акцияһына йомғаҡ яһаны. Унда республикабыҙҙан Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биргән 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Һәр һайлаусыға QR-кодлы флаер тапшырылды, уны сайтта теркәргә кәрәк ине. Башҡортостанда йәмғеһе 400-гә яҡын кеше телевизор, электросамокат, кофемашина, телефон, яндекс-станция, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Саҡмағош ауылынан күп балалы Латиповтар ғаиләһе акцияның абсолют еңеүсеһе һәм Өфөләге бер бүлмәле фатир хужаһы тип танылды. Айгөл менән Илдар өс ул тәрбиәләй. Еңеүселәр әйтеүенсә, хәҙер уларҙың тормошонда бәхетле номер бар.
«Ғаилә йылында был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Аҙаҡҡаса ышанып етмәнек. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ. «Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусыларға рәхмәт, — тип шатлығы менән уртаҡлашты улар «Игенсе» район гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.