Ҡасан әҙерләргә?
Уҫаҡ ҡайырыһын йылдың һыуыҡ миҙгелендә әҙерләйҙәр. Иң яҡышыһы, ҡар яуып, тәүге һыуыҡтар башланғас. Был ваҡытта унда С витамины менән салицилаттар күп була һәм шулар менән уның иң көслө ваҡыты. һанала Айлап әйткәндә, ноябрҙән майға тиклем әҙерләргә мөмкин. Әммә уҫаҡтың иң шифалы ҡайырыһы – ғинуар айында алынғаны. Был ваҡытта уның дымы әҙерәк, ә шифалы матдәләре күберәк була. Ыңғай йоғонтоһо ла шунда уҡ һиҙелә.
Уҫаҡ ҡайырыһын ҡулланыу
Ул ғәҙәттә киҫәктәргә ҡырҡылған, он хәлендә һәм капсулаларҙа була. Киҫәклеһен бешереп, төнәтмәһен ҡулланалар. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ уҫаҡ ҡайырыһына ике стакан һалҡын һыу ҡойоп, ҡыҙыу булмаған утта ҡайнар хәлгә еткеререргә. Ҡайнап сыҡҡас, 3 минут талғын ғына утта (ҡайнағаны ла һиҙелерлек булмаһын) бешерергә. Артабан утын һүндереп, ҡапҡасын ябырға һәм 15 минутҡа йылы итеп урап ултыртырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға яртышар стакан эсергә. Лимон, имбирь, бал, ҡурай еләге ҡушырға мөмкин. Киҫкен вирус булғанда һәр ике сәғәт һайын яртышар стакан эсергә. Бындай схема вирустың таралыуын тотҡарлай. Кеше ике көн эсендә тулыһынса һауыға. Был ысул киҫкен вируслы ауырыу ососронда ҡулланыла.
Төнәтмәһе
Ике балғалаҡ уҫаҡ онтағын бер литрлыҡ термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырырға. Иртәгеһенә көнө буйы тигеҙ өлөштәргә бүлеп эсергә. Был ысул бауырҙы, ашҡаҙан аҫты биҙен, бөйөрҙәрҙе һәм быуындарҙы таҙартырға ярҙам итә. Термосҡа төрлө дарыу үләндәре лә өҫтәргә мөмкин.
Кемдәргә тыйыла: ауырлы ҡатындарға, бала имеҙеүсе йәш әсәләргә, кескәй балаларға, аллергияһы булғандарға һәм бауыр, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолғандарға.