Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 16:05

Ҡыҙыл һуған - ҡырҡ сирҙән дауа

Ул организмды төрлө шештәр (шул иҫәптән яман шеш) барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Шулай уҡ...

Ҡыҙыл һуған - ҡырҡ сирҙән дауа
Ҡыҙыл һуған - ҡырҡ сирҙән дауа

Һуғанды сей көйө ҡулланғанда, шифаһы күберәк, бешергәндең күп үҙенсәлектәре юғала, ти диетологтар. Уның ҡыҙылы айырыуса файҙалы.

1. Был һуған көкөрт ҡушылмаларына бик бай, шунлыҡтан организмды төрлө шештәр, шул иҫәптән ямандары ла, барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, уларҙың үҫеүен тотҡарлай.
2. Бәүел ҡыуыу системаһына ябырылған бактерияларға ҡаршы көрәштә лә яҡшы сара булараҡ билдәле.
3. Ҡыҙыл һуған шәкәр сирлеләр өсөн дә ярҙамсы була ала. Организмға эләккән йәшелсә инсулин эшкәртеп сығарыуға этәргес бирә. Шуның өсөн диабет сирлеләргә көн һайын рациондарына һуғанды индереү - үҙҙәре файҙаһына ғына.
4. Эс ҡатыуҙан арындыра. Ҡыҙыл һуғандағы бай күләмдәге сүс матдәләр эсәктәге токсиндарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуға булышлыҡ итә.
5. Тамаҡ ауыртҡанда уның һуты менән сайҡатыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Шулай уҡ бал менән һуған һутын 1:1 (бер ҡалаҡ бал һәм бер ҡалаҡ һуған һуты) нисбәтендә ҡушып, һыуыҡ үткән осраҡтарҙа, киҙеү мәлендә ҡулланырға була. Ул - көслө тәбиғи антибиотик. Бындай дауаны көнөнә 4-5 тапҡыр ҡулланырға мөмкин.
6. Танау йыш ҡанаһа ла, ҡыҙыл һуғандың ярҙамы теймәй ҡалмаҫ. Бының өсөн яңы ғына уртаға ҡырҡылған һуғанды еҫкәргә - ыңғай тәьҫире тиҙ үк күренер.
7. Йөрәкте һаҡлау һәм нығытыу өсөн дә яҡшы сара ул. Ҡыҙыл һуғанды ашаған кешенең ҡан баҫымы нормаға килер.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: