Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 21:01

Аҡсаңды эш хаҡы алған көндө үк туҙҙырма

Көшөлөгөңдә тәртипме? Йәки, аҡсаның тартыу көсө тураһында һәр кем белергә тейеш!

Аҡсаның тартыу көсө

Аҡса йәлеп итер өсөн кешеләр төрлө ырымдар ҙа ҡуллана. Мәҫәлән, аҡса һуҡмағы төҙөргә мөмкин. Уны төҙөүҙе айҙың беренсе көнөнән башлар кәрәк. Матур берәй һауытҡа йә көшөлөккә бере көндө – бер, икеһендә – ике, өсөндә өс һум һалып, ай аҙағынаса шулай дауам итәһең. Ҡәтғи ҡағиҙә: аҡса һуҡмағы тураһында онотмаҫҡа, көн һайын билдәле сумманы (күп тә түгел, әҙ ҙә түгел!) һалып барырға.
Финансты үҙеңә йәлеп итеүгә йәнә бер ырым: банкка юл төшкәндә ҡапсыҡҡа йә кеҫәгә ярма һалып алыырға кәрәк. Ҡайтып еткәнсе ярманы нәҙек кенә итеп юлға ҡойоп бараһың. Аҡса һуҡмағы банктың ишегенән өйөңдөң ишегенәсә һуҙылырға тейеш.

Әлбиттә, быларҙың барыһы ла ни бары юрауҙар, ырымдар, ғөрөф-ғәҙәттәр генә. Ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙенән тора. Кемдер ҡайҙа нимә ишетә, барыһын да теүәл үтәргә тырыша. Бәғзеләр “Ырымдарға ғына ышанып, байып китмәһәң ярар ине”, тигән ҡарашта. Ҡыҙыҡ, күн, яңы көшөлөктәре эре аҡса менән тулы, өйҙәре ялтлап торған, бер бөртөк сүп төшөрмәгән кешеләрҙең өйөндә аҡса гөлө мотлаҡ үҫәме, һеперткеләре өҫкә ҡарап торамы, хужабикә иҙәнен ишектән түргә ҡарай һеперәме, мөйөш һайын тәңкәләр ятамы икән? Ундайҙар, бәлки, шуға ла етеш, мул тормошта йәшәйҙер?..

-Аҡса энергияһы йоҡһон өсөн, ваҡытты бай, аҡсалы кешеләр менән үткәрергә тырышығыҙ.
-Ҡиммәтле бутиктар һәм ресторандарға йөрөгөҙ. Һатып алмаһағыҙ ҙа, үҙегеҙгә оҡшаған кейемде кейеп ҡарарға, йә кофе булһа ла эсеп сығырға кәрәк.
-Өй эсендәге ҡулланылмаған әйберҙәрегеҙҙән ҡотолоғоҙ.
-Һыу, йылға, диңгеҙ төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйгә элеү ҙә уңышлылыҡтың бер билдәһе.
-Донъяға оптимистик ҡарашта булығыҙ, сөнки аҡса бәхетле, шат күңелле кешегә генә тартыла.
-Санүҙәктең төҙөк булыуы мотлаҡ. Крандан тамып торған һыу байлыҡты ағыҙып алып китә.
-Яңы йыл алдынан бурысҡа аҡса бирмәгеҙ.
-Яңы йыл төнөндә 7 һанын мөмкин тиклем күберәк ҡулланығыҙ: 7 төрлө аш-һыу әҙерләгеҙ, ултырғыс аҫтына 7 тәңкә һалығыҙ, 7 ҡунаҡ саҡырығыҙ.
-Куранттар һуҡҡан ваҡытта усығыҙға тәңкә ҡыҫып тотоғоҙ, һуңынан бокалығыҙға һалып, эсеп ҡуйығыҙ, аҡсаһын аҙаҡ биҙәүес итеп ҡулланырға мөмкин.
-Яңы йыл төнө һауыт-һаба йыумағыҙ. Был эште иртәгәһе көнгә ҡалдырһағыҙ, хәйерлерәк булыр.
-Яңы йылдың беренсе таңында ҡулығыҙҙы аҡса менән ышҡығыҙ һәм шул аҡса көсө һеңгән усығыҙға һыу алып, битегеҙҙе йыуығыҙ.

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/ail-yansy-y/2018-12-17/a-sa-ine-yarat-yn-ti-781118 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: