Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 21:18

Ниндәй дарыу ОРВИ-ҙы дауалау өсөн булған дарыуҙар исемлегенән алынды?

Иғтибар! Исемлек үҙгәрҙе!!!

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо буйынса, киҫкен респиратор вирус инфекцияһын дауалағанда антибиотиктар ҡулланылмай. Ведомствоның тейешле документы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына билдәле булыуынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы стандарттарына ярашлы, антибиотиктар ОРВИ-ҙы дауалау өсөн Рәсәй биләмәһендә теркәлгән дарыуҙар исемлегенән алып ташланған. Шуның менән бергә исемлек башҡа препараттар, мәҫәлән, кагоцел иҫәбенә киңәйтелгән.

Источник: https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-25/minzdrav-ubral-antibiotiki-iz-perechnya-lekarstv-dlya-lecheniya-orvi-3742412 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: