Ауыл уттары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 20:45

Уның ҡабығы менән ашлама әҙерләһәгеҙ, оторһоғоҙ!

Айына бер тапҡыр ашларға кәңәш ителә.

Уның ҡабығы менән ашлама әҙерләһәгеҙ, оторһоғоҙ!
Уның ҡабығы менән ашлама әҙерләһәгеҙ, оторһоғоҙ!

Петуния сәскәһе йомортҡа ҡабығы ярата. Үҫентеләрҙе баҡсаға күсереп ултыртҡансы, тупрағына көл йәки йомортҡа ҡабығы өҫтәргә кәңәш итәләр.

Ҡабыҡты ныҡ итеп ваҡлағыҙ. Ә көл әҙерләү өсөн кесерткән кәрәк. Йәш кесерткәнде күләгәлә 7 көн буйы киптерергә. Шунан утка бирешмәй торған һауытҡа тултырып, яндырабыҙ. Янып бөткәс, көл әҙер тигән һүҙ.

Бер петуния үҫентеһенә яҡынса 1 аш ҡашығы йомортҡа ҡабығы һәм 1,5 аш ҡашығы кесерткән көлө кәрәк. Сәскәләрҙе айына бер тапҡыр шулай ашларға кәңәш итәләр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: